Екатерина II: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
66 юл:
 
=== Башҡортостандағы ихтилал ===
Екатерина II [[Салауат Юлаев]]тың исемен 1774 йылдың февралендә [[Бибиков Александр Ильич|Бибиков]]тың белдереүенән белә. Әлеге хатта Бибиков Салауат Юлаевтың һәм И. С. Кузнецовтың 29 ғинуарҙа яҙылған өгөт-нәсихәте (увещевание)тураһында һүҙ бара. Бибиков һәм П. С. Потемкиндың белдереүҙәрендә Салауат Юлаев «Пугачевтың иң яҡын фекерҙәше» тип атала. П. И. Панин императрицаға ебәргән реляцияһында Салауат Юлаевты һәм уның атаһын «боланың төп юлбашсылары», «башҡорт халҡының төп юлбашсыһы» тип баһалай (Салауат Юлаевты ҡулға алыу, Юлай Аҙналинды тотоу саралары, башҡорт халҡын ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн бер нисә мең йылҡы малын конфискациялау аша язалау кәрәклеге тураһындағы реляция).
1774 йылдың аҙағында - 1775 йылдың башында Пугачевтың һәм уның көрәштәштәренең суд процесы менән етәкселек итә. 1775 йылдың 27 ғинуарында П. Панинға Салауат Юлаев һәм [[Юлай Аҙналин]] өҫтөнән тикшереү процесын Йәшерен комиссияһының Мәскәү бүлексәһендә үткәреү тураһында рескрипт бирелә. Екатерина II Йәшерен экспедицияһының 1775 йылдың 16 мартындағы һәм хөкөм сығарыуҙа хәл иткес роль уйнай. 1775 йылдың 19 мартында башҡорттарҙан "енәйәтәре өсөн яза" итеп 4000 йылҡы малын йыйып алыу тураһында указға ҡул ҡуя (штраф формаһында).
 
=== Екатерина II һәйкәле ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Екатерина_II» битенән алынған