Босния (өлкә): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
== Тарихы ==
[[Файл:Medieval_Bosnian_State_Expansion.svg|мини|Урта быуаттарҙа Боснияның киңәйеүе]]
Босния территорияһында  VII быуаттарҙан бирле [[Сербтар|серб ҡәбиләләре]]<ref>{{Китап|заглавие=Раннефеодальные государства на Балканах VI—XII вв.|ответственный=Литаврин Г.Г.|место=Москва|издательство=Наука|год=1985|страницы=198}}</ref><ref>{{Китап|автор=Чиркович Сима.|заглавие=История сербов|место=М.|издательство=Весь мир|год=2009|страницы=18|isbn=978-5-7777-0431-3}}</ref>. йәшәгән. Балҡанға күскәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс,  сербтар бер нисә ҙур община формалаштырған  һәм улар артабан  дәүләт ойошмалары булып киткән. Ул саҡта  тарихи өлкә булараҡ Босния Дрина  һәм Босна<ref>{{Китап|заглавие=Листая страницы сербской истории|ответственный=Е.Ю. Гуськова|место=М.|издательство=Индрик|год=2014|страницы=13|isbn=978-5-91674-301-2}}</ref>  йылғалары араһында урынлашҡан. Һуңғараҡ уның өлөштәре төрлө серб, хорват һәм  бойондороҡһоҙ  босний дәүләттәре биләмәләренә ингән. [[Византия империяһы|Византиян]]<nowiki/>ан  вассал бойондороҡло булған шундай тәүге босний дәүләтенә 1180 йылда бан Кулин  нигеҙ һалған. Ул үҙенең юғары үҫешенә XIV быуаттың икенсе яртыһында  идара иткән бан Твртко I дәүерендә өлгәшкән. 1370 йылға  ул Босния территорияһын  хәҙерге  Босния һәм  Герцеговина биләмәләренә саҡлы киңәйткән, был саҡта Босния бойондороҡлоғона янаусы төп илдәр  [[Венгрия|Венгри]]<nowiki/>я  һәм Дубровницкий  Дубровник республикаһы менән союз булдырған.  1377  йылдан ул шулай уҡ Сербия короле булған,  ә 1390  йылдан, Иллирияны  һәм Адриатик диңгеҙ утрауҙарын баҫып алғандан һуң — ул Хорватия һәм  Далмация короленә лә әйләнгән. Был осорҙа  Босния Балҡанда төбәк бөйөк держава ролен уйнаған, йоғонтоһо буйынса  тик Венгрия һәм [[Ғосман империяһы|Ғосман]] [[Ғосман империяһы|империяһынан]]нан ғына ҡалышҡан. Твртко  төрөк һөжүмен уңышлы туҡтатып тора алған, ләкин ул вафат булғандан һуң  дәүләттә  үҙ-ара тартыш башланған. 1463  йылға Босния бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан һәм Ғосман  империяһы составына  административ берәмек (виләйәт) сифатында ингән. [[1853 йыл|1853 йылдан]]дан виләйәт Босния  һәм  Герцеговина тип атала.
 
[[1878 йыл|1878 йылда]]да Босния һәм  Герцеговинаны  [[Австрия империяһы]] баҫып алған. [[1908 йыл|1908]] [[1908 йыл|йылда]]  өлкә формаль рәүештә  көслөк менән  ҡушылған  (аннексияланған). Боснияның баш ҡалаһы  [[Сараево]]ла  эрцгерцог  [[Франц Фердинанд|Франц-Фердинандты]] үлтереү [[Беренсе донъя һуғышы]] башланыуға сәбәп булған. Беренсе донъя һуғышы тамамланғас  һәм [[Австро-Венгрия]]  империяһы тарҡалғас, Босния  һәм  Герцеговина [[Югославия Короллеге]] составына ингән.
 
Икенсе донъя һуғышы осоронда, [[1941 йыл|1941]]  йылдан 1945  йылға саҡлы  Босния Бойондороҡһоҙ фашистик  Хорватия дәүләте составына ингән,  шул уҡ ваҡытта уның территорияһының байтаҡ өлөшөн  партизандар һәм  Югославия ғәскәрҙәре (четниктар)  подразделениелары контролдә тотҡан.  Һуғыштан һуң  Босния  һәм Герцеговина социалистик  Югославия составындағы берҙәм республика булған.
 
[[1992 йыл|1992]], Югославия тарҡалған йылдарҙа,  Босния  һәм Герцеговина Республикаларының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән.  Республикала йәшәгән серб һәм  хорваттарҙың күпселеге был ҡарарҙы  яҡламаған һәм  үҙҙәре контролдә тотҡан  территорияларҙа [[Серб Республикаһы|Серб]] [[Серб Республикаһы|Республикаһы]] менән Герцег-Босна  Хорват республикаһын иғлан иткән. Низағтың бөтөн яҡтары ла этник таҙартыуҙар менән мауығыуҙан тоҡанып киткән  граждандар һуғышы  [[1995 йыл]]да Дейтон килешеүе менән тамамланған: Босния  һәм Герцеговина ике тиң хоҡуҡлы  дәүләт  ойоштормаһынан -[[Босния һәм Герцеговина федерацияһы| Босния һәм Герцеговина Федерацияһы]]  һәм [[Серб Республикаһы|Серб]] [[Серб Республикаһы|Республикаһы]]нан - — торған.
 
== Ҡалалары ==