Воеводина: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
76 юл:
Венгриялағы 1848—1849 йылдарҙағы революция ваҡытында Воеводина территорияһында серб крәҫтиәндәренең антифеодаль сығыштары килеп сыға. XIX быуат уртаһында Срем, Банат һәм Бачканың берләшеүе һөҙөмтәһе арҡаһында махсус герцоглыҡ булдырыла, ошонан Воеводинаның исеме килеп сыға ла инде: {{lang-sr|Војводина}}, {{lang-de|Herzogtum}}. «Герцоглыҡ» 1860 йылға тиклем була.
 
1918 йылда Банат, Бачка һәм Баранья территориялары Сербтар, хорваттар һәм словенецтар короллеге составына инә. Һуңынан уны [[Югославия короллеге]] итеп үҙгәрткәс, яңы административ-территориаль бүленеш буйынса [[Нови-Сад]] ҡалаһында үҙәге булған Дунай бановинаһы булдырыла.
 
[[Икенсе Бөтә Донъя һуғышы]] ваҡытында 1941 йылда [[Югославия]]ның капитуляцияһынан һуң, Воеводинаның ҙур өлөшө 1920—1944 йылдарҙа [[Венгрия короллеге]] (хортитст Венгрия) һәм Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте (усташ Хорватияһы) тарафынан бүленеп алына. Тарихи өлкәлә Банат 1941—1944 йылдарҙа Банат автономиялы немец колонияһы итеп ойошторола. 1944 йылдың октябрендә совет ғәскәрҙәре Воеводина территорияһын азат итә һәм 31 июлдә Нови-Садта Воеводина Скупщинаһы Сербия Социалистик Халыҡ Республикаһы составында ''Воеводина автономиялы крайын'' булдырыу тураһында иғлан итә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Воеводина» битенән алынған