Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Әҙәби эшмәкәрлеге: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
35 юл:
Композитор Рәүеф Мортазин менән берлектә [[Һәҙиә Дәүләтшина]]ның «Ырғыҙ» романы буйынса «Дауыл» тигән операға либретто яҙып бер ни тиклем тәжрибә туплаған Рәғиҙә Янбулатова артабан үҙ ҡәләмен драматургия өлкәһендә лә емешле генә һынап ҡараны. Уның башҡорт халыҡ ижадының бай һәм ҡабатланмаҫ өлгөләренә нигеҙләнеп яҙылған «Байрамбикә» пьесаһы [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры]] сәхнәһендә, «Ғашиҡтар төнө» комедияһы [[Өфө]]нөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡуйылды. Үҙешмәкәр композитор [[Шәрипов Тәлғәт Муса улы|Тәлғәт Шәрипов]]тың был комедия нигеҙендә яҙылған опереттаһын [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] коллективы бик теләп сәхнәләштерҙе.
 
Киң ҡырлы талант эйәһе төрлө телдәрҙә ижад ителгән драма әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүгә лә һиҙелерлек хеҙмәт һалды. Сит ил авторҙары [[Рабиндранат Тагор]], Абдулла Каххар һәм П.Калдерон, күп милләтле элекке СССР әҙиптәре [[Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы|Сыңғыҙ Айтматов]], Любимов, В. Гусев һәм Тоҡаев һәм башҡаларҙың пьесаларын башҡортсаға ауҙарҙы. Быларҙан тыш шағир бик күп урыҫрус йырҙары текстарын да башҡорт теленә тәржемәләне.
 
== Китаптары ==