Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (2) using AWB
32 юл:
Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева 1926 йылдың 3 февралендә [[Өфө]]лә тыуа. Ул күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре [[Дауыт Юлтый]] ғәиләһендә тыуып үҫә һәм тәрбиәләнә. Ҡыҙы өсөн һирәк осрай торған исемде (кирегә әйләндерелгән «Ленин» һүҙе) атаһы уйлап таба.
Нинель 1935 йылда А. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына (хәҙерге А. Ваганова исемендәге урыҫрус балет Академияһы) уҡырға инә. [[1938 йыл]]да атаһы атып үлтерелә, ә әсәһе лагерға ебәрелә.
 
Һуғыш ҡамасаулау сәбәпле, Нинель уҡыуын, өҙлөклөктәр менән, 1945 йылда ғына тамамлай ала.
66 юл:
Үҙенен тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге, фиҙәкәрлеге менән, Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева шәхестең ниндәй юғары рухи бейеклектәргә күтәрелә алыуына сағыу бер миҫал булып тора.
 
Ул классик спектаклдәрҙә онотолмаҫ һындар ижад итте. Сит ил, урыҫрус, милли классик балеттарҙы ҡуйҙы. Бихисап талантлы уҡыусылар тәрбиәләне.
 
Юғары һөнәрлелеге, һәр ваҡыт дөрөҫлөк яҡлы һәм үҙ һөнәренә бирелгәнлеге, бөтә ауырлыҡтарҙы ла енеп сығырға әҙер тороуы, ҙур ойоштороу Һәләтенә эйә булыуы Нинель Юлтыеваны башҡаларҙан айырып торҙо.