Сухомлинский Василий Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
31 юл:
1941 йылда [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, Сухомлинский үҙе теләп фронтҡа китә. Кесе политрук дәрәжәһендә [[Мәскәү]]ҙе дошмандан һаҡлауҙа ҡатнаша, 1942 йылдың ғинуарындағы алыштарҙың береһендә ҡаты яралана, ниндәйҙер мөғжизә менән генә үлем уны урап үтә, ә снаряд ярсығы күкрәгендә бөтөнләйгә тороп ҡала. [[Урал]]дағы госпиталдәрҙең береһендә дауаланғандан һуң тағы ла фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә комиссия уны хатта сикләнгән кимәлдә лә хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип тапмай. Тыуған төбәге дошмандан азат ителгәс, Сухомлинский үҙ яғына ҡайта. [[1948 йыл]]да ул Кировоград өлкәһенең Онуфриев районы Павлыш мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ([[1970 йыл]]дың 2 сентябре) эшләй.
 
Василий Сухомлинский — 40 монография һәм брошюра, 600-ҙән артыҡ мәҡәлә, 1200 хикәйә һәм әкиәт авторы. Ғилми хеҙмәттәрен һәм мәҡәләләрен [[урыҫрус теле]]ндә, ә әҙәби әҫәрҙәрен туған [[украин теле]]ндә яҙған. Уның төрлө телдәрҙә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 4 миллион данаға яҡын.
 
== Педагогик эшмәкәрлеге ==
 
Сухомлинский [[гуманизм]] принциптарына<ref>Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 167 {{начало цитаты}}Уҡытыу — ғилемде уҡытыусынан уҡыусыға механик тапшырыу түгел, ә тәү сиратта кешелекле мөнсәбәттәр һәм бәйләнештәр.{{конец цитаты}}</ref>, бала шәхесен төп ҡиммәт итеп таныуға нигеҙләнгән үҙенсәлекле педагогик система төҙөй. Тәрбиә һәм уҡытыу процестары, педагог-фекерҙәштәрҙең һәм уҡыусыларҙың берҙәм коллективының ижади эшмәкәрлеге<ref name=autogenerated1>Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 147 {{начало цитаты}}Мәктәптең мөһим бурысы — кешене ҡыҙыҡһыныусан, ижади һәм фекерләй белгән шәхес итеп тәрбиәләү. Мин бала саҡ йылдарын фекерләү мәктәбе, ә уҡытыусыны — үҙ тәрбиәләнеүселәренең организмын һәм рухи донъяһын хәстәрле булдырыусы тип күҙ алдына килтерәм.{{конец цитаты}}</ref> нәҡ ошоға йүнәлтелгән булырға тейеш. Сухомлинский билдәләүенсә, коммунистик тәрбиә этикаһының төп асылы — тәрбиәсе коммунизм идеалының ысынлығына, уның тормошҡа ашыуына һәм уға барып етәсәгенә ышана, үҙенең хеҙмәтен идеал критерий һәм күрһәткес менән баһалай.
 
Уҡытыу процесын Сухомлинский күңелле хеҙмәт итеп ойоштора<ref>Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 87 {{начало цитаты}}Уҡыусыға ҡуйылған билдә ялҡаулыҡ һәм вайымһыҙлыҡ өсөн яза түгел, киреһенсә, уның хеҙмәт һөйөүсәнлеге өсөн бүләк булырға тейеш. Әгәр ҙә уҡытыусы «икеле» һәм «берле» билдәләрен ялҡау атты ҡыуа торған сыбыртҡы, ә «дүртле» менән «бишле»не перәник тип һанай икән, тиҙҙән балалар сыбыртҡыны ла, прәникты ла күрә алмай башлаясаҡ{{конец цитаты}}</ref>; ул уҡыусыларҙа донъяға материалистик ҡараш формалаштырыуға ҙур иғтибар бирә; уҡытыу барышында уҡытыусының матур һүҙенә, әҙәби һөйләү стиленә, уҡыусылар менән бергә әкиәттәр, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә, китап уҡыуға мөһим урын бирә<ref>Сухомлинский В. А. Избранные педагогические сочинения в 3 т., т. 1, c. 197 {{начало цитаты}}Уҡыу балаларҙың мөһим рухи ынтылышына әйләнһен өсөн, мин уларҙың һәр-береһенең әкренләп үҙенең шәхси китапханаһын булдырыуына ынтылдым... Әгәр ҙә ай эсендә ғаилә китапханаһы бер китап менән дә тулыланмаһа, быны мин хәүефле күренеш итеп һананым.{{конец цитаты}}</ref>.
Юл 110 ⟶ 109:
* Сухомлинский В. А. Огнегривый конек: сказки, притчи, рассказы / Сост. и предисл. А. В. Сухомлинского. — М.: Знание , 2007. — 200 с. : Ил.
* Энциклопедия украиноведения : Словарная часть: [в 11 т.] / Научное общество имени Шевченко; гл. ред. проф., д-р Владимир Кубийович . — Париж; Нью-Йорк: Молодая жизнь ; Львов; Киев Глобус, 1955—2003.
 
[[Категория:СССР шәхестәре]]