Яан Тыниссон: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
 
Тыниссондың вафат булыу шарттары билдәһеҙ. Билдәле булыуынса, 1941 йылдың беренсе яртыһында ул тере булған. 1941 йылдың апрелендә ҡулға алынған Эстонияның урыҫ театры эшмәкәре  Рацевич Степан, таллин төрмәһендә Тыниссон менән бер камерала ултырған. Ул былай тип хәтерләй: <blockquote class="">
Беҙ бер ҡасан таныш булманыҡ, ул мине, әлбиттә,  белмәй ине, ә  уның ҡарауы, мин, Эстонияның  һәр бер зыялы кешеһе кеүек, уны бик яҡшы белдем. Уны йыш ҡына халыҡ алдындағы сығыштарҙа күрҙем, Таллин һәм Тарту урамдарында осраттым, фекерҙәре тәрән булған йөкмәткеле мәҡәләләрен һәм телмәрҙәрен гәзиттә уҡыным.  Күп партияларҙың дәүләт эшмәкәрҙәре араһында, Яан Тыниссон аралашыуҙа ябайлығы. зыялыйлығы, юғары мәҙәниәтле булыуы менән айырылып торҙо. Шуға ла уның, 73 йәшлек кешенең, миңә, үҙенән ике тапҡыр тиерлек йәшерәк булған таныш түгел кешегә беренсе булып ҡулынҡул һуҙғанынаһуҙыуына, мин бер нисек тәҙә аптыраманым.  Пагари урамындағы эске төрмәгә ул Совет Эстонияһының иғлан ителеүенең беренсе көндәрендә эләгә. Төрмә подвалында йыл дауамында ултырып, Тыниссон тулыһынса үҙ һаулығын ҡаҡшата. Камерала  берҙән-бер булған уның койкаһы тәүлек әйләнәһенә горизонталь торошта була. Төрмә табиптары уға тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ял итергә рөхсәт бирә. Төрмә һәм ауырыу уны танымаҫлыҡ хәлгә еткерә. Ҡасандыр оҙон кәүҙәле, зифа буйлы, Яан Тыниссон бөкрәйҙе, бәләкәсләнеп ҡалды, камера буйлап ауырлыҡ менән йөрөнө. Йөҙө һарғайып, танауы ослайып китте, салланғансал баҫҡан сикәләре эскә батты,тик күҙҙәре, шундай мәрхәмәтле, һөйкөмлө күҙҙәре теремек, дәртле булып ҡалды. Яан Тыниссонға хас һаҡалы ла һаҡланып ҡала, уны төрмә сәс алыусылары бер нисә тапҡыр ҡырып ташларға ла маташалар. Ул, ҡәбергә һаҡал менән бергә барам тип,  уға теймәүҙәрен үтенә. Уның ябай был теләген бөтә камера хуплай. 
</blockquote>Хәҙерге Эстонияла Яан Тыниссон институты бар.