Антал Регули: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
{{учёный}}
 
'''Антал Регули''' ({{lang-hu|Reguly Antal}}) (13.07.1819, [[Зирц]], Секешфехервар округы —1858, [[Будапешт]])   [[Венгрия]]ла фин-уғыр халыҡтары тарихын, этнографияһын, телдәрен тикшереүсе, лингвист , тәүге сыуаш-венгр, венгр- манси һүҙлеген төҙөүсе, карел халыҡ эпосы [[Калевала|Калевала]]ны венгр теленә тәржемә итеүсе.
 
== Венгр тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы ==
 
Адвокат атаһының теләге буйынса Антал Венгрия короле университетында (Будапешт университеты) хоҡуҡ факультетында уҡый. Юриспруденция уны бик мауыҡтырмай, ул күберәк география, тарих, лингвистика менән ҡыҙыҡһына башлай. Бигерәк тә уны венгр халҡының сығышы борсой- ни өсөн венгрҙар яҡын тирәләге илдәр халыҡтарының теленә оҡшамаған телдә һөйләшә, халыҡтың психологияһы, менталитеты ла нисектер үҙенсәлекле, яҡындағы Европа илдәренең береһенекенә оҡшамаған?.
 
Студент Антал Регули 1839 йылда [[Швеция]]ла [[фенноман]] Адольф Арвидссон менән таныша. Фенномандар Швецияла финдарҙың фин теленә кире әйләнеп ҡайтыуҙарын ҡайғырта, фин халыҡтарының милли үҙаңын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
 
1843 йылда Уралда фин ғалимы [[Кастрен Матиас Александр| Матиас Кастрен]] булып ҡайта, ул фин-уғыр халыҡтарының боронғо Ватаны [[Урал]] булырға тейеш тигән һығымтаға килә.
Уның маршруты Поляр Уралдан Обдорск яғына , шунан ары—ары — Төмәндән Верхотурье аша Екатеринбургҡа бара, һуңынан кире Петербургҡа әйләнеп ҡайта.
 
1841 йылда Антал Регули [[Санкт-Петербург]]ҡа Рәсәйҙә венгрҙарҙың фин халыҡтарының берәйһе менән ҡәрҙәшлек эҙҙәрен табыу ниәте менән килә . Фин һәм саам телдәрен өйрәнгәндән һуң, ул фин һәм Лапландия саамдарының теленең оҡшашлығына, шулай уҡ уларҙың венгр теленә яҡынлығына бик ныҡ аптырай. Венгр теле фин халыҡтары теленә яҡын, ләкин венгр теленең был телдәр араһындағы урынын табырға кәрәк була. Регули венгрҙарға яҡын халыҡты Рәсәйҙең көнсығыш яғында, Уралда, Урал артында эҙләргә кәрәк икәнен аңлай. Бының өсөн күп кенә аҡса кәрәк була, Венгрия фәндәр академияһы уға 200 форинт (200 алтын һум) аҡса бирә.
 
== Төнъяҡ Уралға экспедиция ==
20 юл:
1843 йылда Уралда урындағы властарҙан рөхсәт алып ул Сосьва йылғаһы буйлап, төньяҡҡа китә, Всеволодо-Благодатское ауылы янында манси халҡы араһында өс ай йәшәй, манси телен өйрәнә.
[[Файл:Usva river.jpg|thumb|[[Тайга]] в долине реки [[Усьва]]]]
1843 йылдың ноябрь айынан 1845 йылғаса [[Урал]] буйлап, [[Пермь]] янындағы Соликамск ҡалаһынан Төньяҡ Боҙло океанғаса һәм кирегә сәйәхәт ҡыла, этнография һәм лингвистика буйынса материалдарҙы [[Марийцы|мари]], [[Эрзяне|эрзя]], [[манси]] һәм [[хант]] халыҡтары араһында эҙләй.<ref>urbibl.ru/Knigi/kak-otkriti-uralskie-gori/41.htm</ref>. Антал Регули тәүге булып венгр, хант һәм манси телдәренең туғанлығын дәлилләй. Шунан Верхотурье аша көнъяҡҡа, Эрбет, Тура, Тавда аша Тобольск ҡалаһына килә. Был губерна үҙәгендә 10 көн тороп, властарҙан Урал буйлап ары сәйәхәт итергә рөхсәт алып, Регули 15 марта 1844 йылдың 15 мартында Иртыш һәм Конда йылғалары буйлап, Пелым ауылына килә. Июнь айында Пелым йылғаһының үрге ағымына тиклем етеп, Тапсуй йылғаһына, унан һуң Төнъяҡ Сосьва йылғаһына күсә. 11 августа Регули Щекурьинский ауылына барып етә. Бында йәшәгән мансиҙар ляпин диалектында һөйләшә, Регули уны өйрәнә башлай.
[[Файл:Famille de Vogoules 82.JPG|мини|Вогулы на почтовой карточке 1901 года.]]
Щекурьинскийҙан Регули Поляр Урал алдына китә, 26 сентябрҙә Төнъяҡ түңәрәкте үтеп , 40 өйҙән торған Обдорск (Салехард) ауылына килеп етә. Туңған Обь йылғаһы буйлап, Регули боландарҙа төнъяҡҡа китә. 1844 йылдың 21 октябрендә Карский диңгеҙе ярына бирып етә. Был уның сәйәхетендәге иң төнъяҡ нөктә була (т.к.сөнки 69,5 градус).
 
Унан һуң Уса йылғаһы буйындағы коми (зырян) халҡы менән таныша. Ары Урал тауҙарындағы Лаготин тау юлы аша Войкар йылғаһына, Обь буйлап Мужи ауылы аша Тобольск губернаһы өйәҙ ҡалаһы Березовоға (1593 йылда нигеҙләнгән) етә . Был яҡтарҙа Төнъяҡ Сосьва йылғаһы буйында йәшәгән мансиҙар менән таныша, Яңы йылды, ҡышты ошонда үткәрә, көндәлектәрен тәртипкә килтерә .
 
Үҙе булған ерҙәрҙә Регули манси һәм хант халыҡтары тураһында ҡиммәтле материалдар йыя. Ул яҙып алған әкиәттәр, йырҙар төнъяҡ халыҡтарының үҙенсәлекле эске рухи донъяһы тураһында һөйләй. Кеше бик һирәк йөрөгән яҡтарҙа Регули схема- карталар төҙөй, был яҡтарҙағы тау, йылғалар, ауылдар исемдәрен яҙып ҡуя .
 
Регулиның Урал һәм Урал арты буйлап үткән юлы бик ауыр һәм ҡатмарлы була. Ул йор йылғалар буйлап, кәмәлә, тауҙарҙа атта, боланда, нарта саналарында, йәйәү бик күп ара үтә. Уны манси, хант йәки ненец кешеләре оҙатып йөрөй. Тикшеренеүсе ябай кешеләрҙең уй-хисен аңлай, уларҙың рухи ҡиммәттәрен юғары баһалай. Ул заманда «ҡырағай» тип йөрөгән халыҡтар күңелендә Регули фекеренсә, юғары хистәргә урын бар, улар башҡаларҙы йәлләй белә һәм кешегә ярҙам итергә лә һәр саҡ әҙер торалар.
[[Файл:Ostjaken_vom_Ob_Ende_19tes_Jhdt.jpg|thumb|right|Ханты возле реки Обь.]]
Березовтан Регули Венгрия фәндәр академияһына һәм Петербургҡа хаттар ебәрә. К. Е. Бэрға ул манси теле венгр теленә һис шикһеҙ иң яҡын тел икәнен яҙа.
34 юл:
Регули төҙөгән манси-венгр һүҙлегендә венгр теленә яҡын 2600 манси һүҙе теркәлгән.
 
Березовта ғалим ауырый башлай, 1845 йылдың мартында боландарҙа, аттарҙа алыҫ араны үтеп, Екатеринбургҡа килеп етә , шунан 1845 йылдың 12 мартында Пермгә килә.
 
'''Төнъяҡ Урал картаһын төҙөү'''
 
1846 йылдың 25 авгусында Регули [[Петербург]]ҡа барып етә. 1845 йылда булдырылған [[ Рус география йәмғиәте]] үҙ отчетында венгр Антал фәнни экспедициянан ҡайтты, тип яҙа:
 
«''Регули провел около 8 месяцев в краю между Обью и Печорой и, странствуя между тамошними инородцами, коих он изучал язык и нравы, записывая все, что слышал, и отмечал направление рек и гор, он успел приобрести весьма подробные сведения о местной географии''» (Отчет о деятельности Русского географического общества за 1846—1847 гг./Зап. Русск. геогр. об-ва—Кн. III.—СПб, 1849.— С. 5).
46 юл:
== Регули төҙөгән Төнъяҡ Урал картаһы ==
 
Буласаҡ карта эскизын Регули үҙ юлы маршруты буйлап төҙөй, ул үҙ күҙәтеүҙәренә һәм урындағы халыҡ биргән мәғлүмәттәргә таяна . Академик П. И. Кеппенгә 1847 йылдың 21 ғинуарында ул :
 
«''Карта моя, будучи составлена для этнографических целей, не должна быть рассматриваема с одной только географической точки зрения. Для интересов этнографа нет необходимости, чтобы в географическом начертании страны соблюдена была строгая математическая точность…Яточность… Я старался… составить полную картину главнейших географических условий страны… показать главные направления и повороты рек и возвышенностей, обусловливающих общую физиономию страны''», - тип яҙа
(Перевод письма венгерского путешественника г-на Регули к члену Русского географического общества академику П. И. Кеппену от 21 января 1847 г./Зап. Русск. геогр. об-ва.— Кн. III —СПб., 1849.—С. 160).
 
Регулиҙың картаһы геодезия нигеҙе булмағанлыҡтан бик теүәл тип әйтеп булмай, ләкин ул Урал тауҙарының төнъяғын быға тиклем төҙөлгән карталарға ҡарағанда теүәлерәк, дөрөҫөрәк тасуирлай. Был картаның төп әһәмиәте — география объекттарының манси атамалары һаҡланыуҙа, уларҙың күбеһе, бигерәк тә тауҙар атамалары, беҙҙең көнгәсә килеп еткән.
 
«''Что касается до имен и названий мест'', — тип яҙа Регули бер хатында, — ''то они обозначены со всею полнотой там, где живут вогулы''».
 
Карта топонимика буйынса бай материал бирә, тикшеренеүсе үҙе әйткәнсә, «''нет ни одной деревушки, ни одной вогульской жилой лачуги, которая не была бы показана на карте''» (Перевод письма…— С. 162. 1983 йылда Регулиның хаттары нәшер ителә)<ref>https://books.google.ru/books?id=yaNMAAAAcAAJ</ref>.
61 юл:
Венгр ғалимы картала Урал һырты аша үткән бар боронғо төп юлдарҙы (Елецк, Щугор, Вишера һәм башҡа) күрһәткән.
 
Картала ер эшкәртеүҙең, урман, йылҡы малы, һарыҡтар, болан үрсетеү райондары сиктәре күрһәтелгән - — был Регулиҙың асышы тиергә була. Бығаса карталарҙа ла ундай мәғлүмәт биреү ғәҙәте булмаған .
 
Ер эшкәртеүҙең иң төнъяҡ сиге итеп Регули үҙе йөрөгән саҡта ер эшкәртеү булған, йә иһә уға тиклем ер эшкәртеү булған ерҙәрҙе күрһәтә. Ул сик Урал һыртының көнбайышында 65°— 65°30' , 64° с. ш. үткән, Урал артында Лозьва йылғаһындағы Першин юрт янынан үткән. Регули Пелым
менән Конда йылғалары тирәһендә ер эшкәртеп ҡарау уңышһыҙ булғаны тураһында яҙа.
 
Совет власы осоронда ер эшкәртеү хатта Нарьян-Мар, Воркута, Салехард яҡтарына хәтле барып етә.
 
Регули үҙе төҙөгән картаны Рус география йәмғиәтенең тәүге ултырыштарының береһендә күрһәтә. Уға бик юғары баһа бирелә. Оҙаҡламай Төнъяҡ Уралға киткән экспедиция етәксеһе 3. К. Гофман :
 
«''Чтобы увеличить столь очевидно важную пользу этой карты, г. генерал-квартирмейстер Берг приказал тотчас ее налитографировать, так что не только каждый член экспедиции получил по экземпляру для собственного употребления, но можно было на всякий случай разослать их по тамошним местам''», - тип яҙа.
[[Файл:Russian minority ethnics uk.jpg|thumb|Современная территория проживания коренных малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока Российской Федерации]]
Регули Венгрияға был экспедициянан бик күп көнкүреш һәм табыныу әйберҙәрен алып ҡайта, улар 1847 йылда Венгрия фәндәр академияһының этнография күргәҙәмәһендә күрһәтелә.
 
== Ғүмеренең һуңғы йылдары ==
 
1849 йылда Регули [[Будапешт]]та университет библиотекаһы һәм кафедра етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1850 йылда Венгрия фәндәр академияһы уны ағза итеп һайлай.
 
Уралдан алып ҡайтҡан материалды Регули ғүмеренең һуңғы көндәренсә өйрәнә. Ул үҙенең «Вогульская страна и ее обитатели» тигән төп хеҙмәтен яҙа, ләкин был эште теүәлләп өлгөрмәй. Был китапты дуҫтары Р. Хунфальви менән Ф. Торенц ғалимдың вафатынан һуң баҫтырырға әҙерләп, нәшриәткә тапшыра. Китап Будапешта 1864 йылда сыға . Был китап Венгрияла фин-уғыр халыҡтарын өйрәнеүсе ғалимдарҙың төп китаптарының береһенә әйләнә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рус теленә ул тәржемә ителмәгән (Hunfalvy P. Reguli Antal Haguomayai, Vogul fold es nep.— Pest, 1864).
 
Төнъяҡ Уралға сәйәхәт ғалимдың һаулығын ҡаҡшата, 1858 йылдың 23 авгусында Антал Регули вафат була.
 
Регулиның ҡайһы бер материалдары әле булһа өйрәнелмәгән килеш ҡала. Ғалимдың көндәлектәре белгестәр өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Был материалдар Венгрия фәндәр академияһының ҡулъяҙмалар фондында һаҡлана.
1898 йылда Антал Регули экспедицияһы маршруты икенсе венгр этнографы һәм лингвисы [[Папаи Йожеф|Йожеф Папаи]] тарафынан ҡабатлана.
[[Файл:Uralic-Yukaghir(Rus).png|thumb|300px|Географическое распространение юкагирских, финно-угорских и самодийских языков]]
 
== Хәтер ==
 
* Ғалим хөрмәтенә хөрмәтенә Поляр Уралда Регули тауы аталған <ref>pppsu.ru/vershina/sverdlova.html</ref>.
*
*
 
== Иҫкәрмәләр ==
97 юл:
 
== Әҙәбиәт ==
* ''[[Федотов, Михаил Романович|Федотов М. Р.]]'' Исследователи чувашского языка.  — Чебоксары, 1987
 
== Һылтанмалар ==
108 юл:
[[Категория:Уралды өйрәнеүселәр]]
[[Категория:Венгрия лингвистары]]
[[Категория: Венгрия этнографтары]]