Ҡыҙыл Байраҡ ордены: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡыҙыл Байраҡ ордены''', ([[Урыҫ теле|урыҫса Орден Красного Знамени]] ). [[ВЦИК]] ҡарары ([[декрет]]) менән [[1918]] йылдың [[16 сентябрь|16 сентябрендә]] [[Граждандар һуғышы]] ваҡытында Совет Рәсәйендә булдырылған. Тәүге исеме — '''Һуғыш Ҡыҙыл Байраҡ ордены'''
Граждандар һуғышы ваҡытында ошондай уҡ ордендар башҡа Совет республикаларында ла булдырылған. [[1924]] йылдың 1 августында Совет республикаларының бөтә ордендары [[СССР|СССР-ҙың]] дөйөм ордены — '''Ҡыҙыл Байраҡ ордены''' итеп үҙгәртелә.
 
20 юл:
 
[[1930]] йылда [[Ленин Ордены]] булдырылғанға тиклем Ҡыҙыл Байраҡ ордены йәш Совет дәүләтенең иң оло бүләге булған.
 
== Орден тасуирламаһы ==
 
Ордендың уртаһында аҡ эмаль менән ҡапланғын түңәрәктә алтын ураҡ һәм сүкеш урынлашҡан. Түңәрәк үҙе алтын лавр таж менән уратылған. Түңәрәк аҫтына ҡыҙыл йондоҙ, уның аҫтына сатрашланғын ҙур сүкеш, һабан, факел һәм ҡыҙыл байраҡ урынлашҡан. Ҡыҙыл байраҡта «Пролетарии всех стран соединяйтесь!»тигән яҙыу бар. Ордендың ситен уратҡан алтын лавр тажда «СССР» тигән яҙыулы ҡыҙыл таҫма урынлашҡан. Ҡыҙыл Байраҡ ордены көмөштән эшләнә. Ордендың бейеклеге — 40 мм, киңлеге — 36,3 мм. Беренсе Ҡыҙыл Байраҡ ордендары ҡыҙыл таҫма өҫтөнә тағып йөрөтелгән. Һуңыраҡ ситтәрендә тар һәм уртаһында киң аҡ һыҙат төшөрелгән ҡыҙыл таҫмаға уратылған биш мөйөшле нигеҙгә эленгән.
 
[[Category:СССР ордендары]]