Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы''' (15.02.1936, БАССР‑ҙың Топорнин районы Ҡа…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Вәлитов Нәжип Хәтмулла улының фәнни-производство эшмәкәрлеге сәнәғәт катализаторҙарының физик‑химик үҙенсәлектәрен, каталитик реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмын тикшереүгә арналған. Нәжип Хәтмулла улы етәкселегендә нефть яғыулыҡтарын, шул иҫәптән уларҙың юғары калориялы һәм экологик таҙа төрҙәрен, бутил спирттары, синтетик май спирттары, метилэтилкетон, пластификатор, аммиак, техник водород һәм башҡалар етештереүҙең яңы технологиялары эшләнгән һәм етештереүгә индерелгән; республика нефть эшкәртеү заводтарының технологик ҡорамалдары үҙгәртеп ҡоролған.
 
Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы шәхсән үҙе нефть химияһының, үҙе асҡан күренештәргә нигеҙләнеп, 9 конкурентҡа һәләтле технологияһын эшләгән һәм етештереүгә индергән, был 80-се йылдар аҡсаһы менән йылына 20 млн һум иҡтисади эффект биргән. СССР Юғары аттестация комиссияһы рәйесе һәм Халыҡ-ара фәнни һәм техник мәғлүмәт үҙәге уның докторлыҡ диссертацияһын унынсы биш йыллыҡ йылдарында иң әһәмиәтле тип таный, уның асыштары ил һәм донъя фәне үҫешенә ҙур өлөш индерә.
150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы.