Мирхәйҙәр Фәйзи: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
Ғ. Ибраһимов Мирхәйҙәр Фәйзиҙе «драмалар ғәләмендә яңы мәктәп асыусы» тип уның ижадын юғары баһаланы. «Ҡыҙғаныс», «Тәҡдирҙең шаярыуы». «Ауыл байрамы», «Урал һыуы буйында». «Аҫылйәр», «Аҙашҡан күңел» һәм башҡа пьесаларыңда халыҡ тормошо реалистик алымдарҙа һүрәтләнә.
 
Граждандар һуғышы йылдарында М. Фәйзи бөтөпләйгә Башҡортостандың Баймаҡ районы [[Юлыҡ (Баймаҡ районы)|Юлыҡ]] ауылына күсеп килә. Ауыл халҡы араһында культура-ағартыу эштәрендә актив ҡатнаша, драма түңәрәктәрендә спектаклдәр ҡуйыу, әҙәби һәм күңел асыу кисәләре ойоштора, китапханала эшләй.

Юлыҡта йәшәгәндә, мәңгелек әҫәрен, «Ғәлиәбаныу» пьесаһын ижад итә.

Ошо төбәктәге комсомол йәштәренең контрреволюцион элементтарға ҡаршы көрәшен сағылдырған «Ҡыҙыл йондоҙ» пьесаһын тамамлай.
1922 йылда Темәс ауылына күсә һәм «Ҡыҙыл Урал» газетаһының редколлегия ағзаһы булып эшләй. Тиҙҙән ул Өфәгә саҡырыла һәм Башҡорт дәүләт театрының даими драматургы итен билдәләнә.