Антал Регули: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
28 юл:
Үҙе булған ерҙәрҙә Регули манси һәм хант халыҡтары тураһында ҡиммәтле материалдар йыя. ул яҙып алған әкиәттәр, йырҙар төнъяҡ халыҡтарының үҙенсәлекле эске рухи донъяһы тураһында һөйләй. Кеше бик һирәк йөрөгән яҡтарҙа Регули схема- карталар төҙөй, был яҡтарҙағы тау, йылғалар, ауылдар исемдәрен яҙып ҡуя .
 
Регулиның Урал һәм Урал арты буйлап үткән юлы бик ауыр һәм ҡатмарлы була. Ул шәп аҡҡан йылғалар буйлап, кәмәлә, тауҙарҙа атта, болнадаболанда, нарта саналарында, йәйәү бик күп ара үтә. Уны манси, ханты йәки ненец кешеләре оҙатып йөрөй. Тикшеренеүсе ябай кешеләрҙең уй-хисен аңлай, уларҙың рухи ҡиммәттәрен юғары баһалай. Ул заманда «ҡырағай» тип йөрөгән халыҡтар күңелендә Регули фекеренсә, юғары хистәргә урын бар, улар башҡаларҙы йәлләй ҙә белә, кешегә ярҙам итергә лә һәр саҡ әҙер.
[[Файл:Ostjaken_vom_Ob_Ende_19tes_Jhdt.jpg|thumb|right|Ханты возле реки Обь.]]
Березовтан Регули Венгрия фәндәр академияһына һәм Петербургҡа хаттар ебәрә. К. Е. Бэрға ул манси теле венгр теленә һис шикһеҙ иң яҡын тел икәнен яҙа.