Аҡһымдар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
275 юл:
Күҙәнәктәрҙә матрица ролен ДНК молекулалары үтәй. Унда структур аҡһымдарҙың төҙөлөшө тураһында ғына түгел, ә бөтә төр ([[фермент]]тар, [[Гормондар|гормон]]аль, сигнал һәм башҡа аҡһымдар тураһында ла мәғлүмәт ята.
===ДНК коды===
Синтезлана торған аҡһымдың структураһын билдәләүҙә ДНК төп роль уйнай.
 
ДНК-ның еп һымаҡ молекулаһында күҙәнәк аҡһымының беренсел структураһы тураһында мәғлүмәт һалынған. Билдәле бер аҡһымдың беренсел структураһы хаҡында мәғлүмәт биргән ДНК молекулаһының киҫеге '''ген''' тип атала. ДНК молекулаһында бер нисә йөҙ ген була.
 
Аҡһымдың беренсел структураһы нисек итеп ДНК-ла программаға һалынғанын аңлар өсөн Морзе азбукаһын миҫал итеп килтереп була.
 
Морзе азбукаһы буйынса әлифбалағы бөтә хәрефтәр, тыныш билдәләре, һандар, ҡыҫҡа (нөктә), оҙон (һыҙыҡ) сигналдарҙың комбинациялары менән билдәләнгән. Телеграф, радио аша хәбәр тапшырыу өсөн ҡулланылған шартлы тамғалар йыйылмаһы код йәки шифр тип атала. ''Морзе азбукаһы кодтың миҫалы булып тора.''
 
ДНК — эҙмә-эҙ урынлашҡан нуклеотидтарҙан торған сынйыр, ә аҡһым — эҙмә-эҙ урынлашҡан аминокислоталар сынйыры.
 
Морзе кодында һәр хәрефкә нөктә һәм һыҙыҡтарҙың билдәле бер йыйылмаһы тура килгән кеүек, ДНК кодында ла нуклеотидтарҙың билдәле бер тәртиптә урынлашыуы аҡһым молекулаһында билдәле бер аминокислоталарҙың шуға ярашлы урынлашыуын тәьмин итә.
 
Аҡһымдың беренсел структураһы тураһында ДНК молекулаһында яҙылған мәғлүмәтте аңлар өсөн, ДНК-ның кодын белергә кәрәк. Йәғни нуклеотидтарҙың ниндәй йыйылмаһы ниндәй аминокислотаға тура килеүен белергә кәрәк. Нуклеотидтар бөтәһе — 4, ә аминокислоталар — 20 төр. Тимәк, һәр аминокислотаға нуклеотидтарҙың бер нисә йыйылмаһы тура килә.
 
Әгәр икешәр нуклеотид теҙмәһе менән кодланһа, 16 ғына йыйылма булыр ине. Шуға ла, аҡһымдың һәр аминокислотаһы ДНК сынйырында эҙмә-эҙлекле урынлашҡан өс нуклеотидтың йыйылмаһы менән кодлана: 4 элементтан өсәрләп 64 төрлө йыйылма төҙөргә була. Был бөтә 20 аминокислотаны ла кодҡа һалыр өсөн артығы менән етә.
 
Хәҙерге ваҡытта ДНК кодының шифрҙары тулыһынса асылған. һәр аминокислота өсөн өс нуклеотидтан торған '''триплеттарҙың''' составы аныҡ билдәләнгән.
 
ДНК кодында күп осраҡта бер үк аминокислота берәү генә түгел, ә бер нисә — ике, дүрт, хатта алты триплет менән кодҡа һалынған. Кодтың бындай үҙсәнлеге нәҫел информацияһын һаҡлау һәм тапшырыуҙың ышаныслылығын арттырыу өсөн әһәмиәтле тигән фекер бар.
 
64 триплет араһында өс — УАА, УАГ һәм УГА— аминокислоталарҙы кодҡа һалмай ( '''терминаль, йәки стоп-кодондар'''). Был триплеттар— полипептид сынйыр синтезының бөтөүе тураһында сигнал.
 
Бындай триплеттарҙың кәрәклеге шунда: йыш ҡына и-РНК-ла бер нисә полипептид сынйыр синтезлана. Бына шуларҙы бер-береһенән айырыу өсөн күрһәтелгән триплеттар файҙаланыла ла инде.
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡһымдар» битенән алынған