Новосильцева Мария Петровна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә ZUFAr Мария Петровна Новосильцева битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Новосильцева Мария Петровна: фамилияны башта яҙабыҙ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Генерал-майор дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан һәм Порховский өйәҙе етәксеһе, элекке Кавалергард полкы полковнигы Пётр Артамонович Кожин ғаиләһендә тыуған. Марияның ҡарттаһы, отставкалағы полковник ''Артамон Осипович Кожин '' бай алпауыт, бер нисә имение эйәһе, шулай уҡ Порховский өйәҙендә билдәле эшҡыуар булған, уның парусин фабрикаһы һәм шарап заводы булған<ref>[http://gubernia.pskovregion.org/number_519/05.php?print#nz Имение Княжьи Горки]</ref>; ул ғали йәнәптәре светлейший кенәз П. В. Лопухиндың бер туған һеңлеһе ''Вера Васильевна Лопухинаға''<ref>[http://lopukhins.narod.ru/rospis-full.htm Лопухины, родословная роспись.]</ref>, өйләнгән була.
 
Мария алты йәш саҡта әсәһе вафат була. Апаһы Екатерина (кейәүҙә Лашкарева) менән бергә, Мәскәү губернаһы Коломенский өйәҙе Алёшкин ауылындағы атаһының имениеһында үҫкән һәм өйҙә тороп белем алған.
 
1848 йылдың 12 ноябрендә тәүҙә Ғали йәнәптәре кирасир полкында, һуңынан лейб-гусар полкында хеҙмәт иткән Иван Николаевич Новосильцевҡа (1825—1870) кейәүгә сыға. Ул императрица Мария Федоровнаның статс-секретарының, күркәм намыҫлы ҡыҙҙар институтындағы Тәрбиә советында бағыусылар советы ағзаһы Н. П. Новосильцевтың (1789—1856) һәм графиня Е. И. Апраксинаның улы булған; уның өлкән апаһы Екатерина батша [[Александр I]] -нең никахһыҙ тыуған улы Э. Д. Нарышкинға кейәүгә сыҡҡан.
 
1870 йылда Мария Петровна тол ҡала һәм үҙенең атаһының ағаһы, бабаһы Г. А. Кожин васыят итеп ҡалдырған П[[Псков өлкәһе|сков өлкәһендәге]]ндәге Княжьи Горки имениеһында йәшәй.
 
== Шәфҡәт туташы ==
Рус-төрөк һуғышы ваҡытында шәфҡәт туташы Новосильцева Изге Троицкий общинаһына шәфҡәт туташы булып эшкә килә, уның составында һуғышҡа китә, яралыларҙы Яссы ҡалаһынан поезд менән Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына оҙата. Уларҙың Елизавета Алексеевна Кублицкая етәкселегендәге отрядына 11 шәфҡәт туташы һәм 9 дама, шул иҫәптән билдәле баронесса Ю .  П.  Вревская ла, ингән.
 
Общинаның Рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан шәфҡәт туташтары, үҙҙәренең ҡаһарма хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм Ҡыҙыл Тәре билдәһе менән бүләкләнгән<ref>[http://www.omophor.ru/articles/scstt.htm Свято-Троицкая община сестер милосердия]</ref>.