Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы''' (28.12.1961, Өфө), музыка белгесе, сәнғәт ф…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
 
'''Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы''' (28.12.[[1961]], [[Өфө]]), — музыка белгесе, сәнғәт фәне кандидаты, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы, журналист, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты ([[2014]]). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ([[2006]]). Журналистар союзы ([[2002]]), Композиторҙар союзы ([[2006]]) ағзаһы.
 
== Биографияһы ==
Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы [[1961 йыл]]дың [[28 декабрь|28 декабрендә]] [[Башҡортостан Республикаһы]]ның баш ҡалаһы Өфөлә, ижади ғаиләлә тыуған: уның атайы — композитор Абрар Ғабдрахманов, әсәһе — билдәле йырсы Нажия Аллаярова.
 
Миләүшә Абрар ҡыҙы [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]] янындағы урта махсус сәнғәт мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамлай, артабан уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт институтының теория факультетында дауам итә. 1986 йылда институтты тамамлағандан һуң БАССР‑ҙың Нуриман районы Никольский ауылы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй башлай. 1990 йылдан башлап (өҙөклөк м‑н) Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының “Башҡортостан”«Башҡортостан» ДТРК‑һы филиалында: мөхәррир, 1991 йылдан алып музыкаль программаларҙың өлкән мөхәррире, 1993 йылдан — ТВ студияһының комментатор‑музыка белгесе, 1995—2005 йылдарҙа “Музыка”«Музыка» ижади берекмәһе етәксеһе, 2012 йылдан башлап музыкаль программалар мөхәррире, 2016 йылдан  — программа алып барыусы. 2005 йылдан алып “Башҡортостан”«Башҡортостан» ТРК ДУП‑ының ТВ студияһында эшләй (2006—2010 йылдарҙа художество тапшырыуҙар баш редакцияһының баш белгесе); 2011 йылдың февраль—октябрендә [[Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле|Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле]] директоры урынбаҫары.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Башҡортостан юлдаш ТВ һәм “Культура”«Культура» (Рәсәй) каналдарындағы “Антракт”«Антракт», “Лира”«Лира», “Башҡортостандың«Башҡортостандың сәнғәт оҫталары”оҫталары» программалары; “Ҡош«Ҡош юлы”юлы», “Хәйерле«Хәйерле кис”кис» программалар циклдары; Опера һәм балет театры, Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡа эшмәкәрлеге тураһында телевизион репортаждарҙың авторы һәм алып барыусыһы; Дилмөхәмәтовтар, З. Ғ. Исмәғилев, В.  Л.  Мортазин, А.  А.  Солтанов, М.  Х.  Хисмәтуллин һәм башҡалар тураһында документаль фильмдар; фильм-концерттар сценарийҙарының авторы. Сығыштары профессионализм, юғары мәҙәнилек менән айырылып тора.
Миләүшә Иҙрисова фәндә лә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән. Ул Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантураны уңышлы тамамлай. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт музыка сәнғәтенә һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ижадына арналған. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.