Бөрө районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңы мәғлүмәт
58 юл:
 
Ауыл халҡы араһында күпселек [[урыҫтар]], [[мариҙар]], [[татарҙар]].
 
== Географияһы ==
Район [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] буйының убалы тигеҙлегендә, Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһында, иң йылы, артыҡ ҡоро булмаған, [[ауыл хужалығы]] өсөн уңай климатлы төбәгендә урынлашҡан. Ағиҙелдең уң яры (райондың сите) — Бөрө урман-далаһының төп өлөшө; уның байтаҡ урыны (25—27%) урманлы, һоро тупраҡлы; һыу айырғыс тау һырттарында, йырындар буйында, карст соҡорҙарында [[имән]], [[йүкә]], [[саған]], [[сәтләүек]] ағасы, ҡарама үҫә. Һул яҡ яр яғы күбеһенсә дала, ә ере һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы. 10—20 км киңлегендә Ағиҙел буйлап һуҙылған үҙән йәнәшәһендәге урман-дала ерҙәренән күп төрлө үҙенсәлекле шарттары менән айырыла.
Юл 64 ⟶ 65:
 
Ағиҙел буйы ҡомташ ҡатнашмаһы ҡырсын (Бөрө, Ҡарағайлы ҡулауыҡ, Ыласынтау, Березовка һ.б. ятҡ-ҡтар), балсыҡ (Пономаревка), эзбизташ, ҡыҙыл балсыҡ (Бөрө), агрономик руда ятҡылыҡтарына бай. Ҙур булмаған Шелкан нефть ятҡ-ғы асылған. Ағиҙелдең уң ярында, Бөрөнән 5 км өҫтәрәк, Бөрө һыу сығанағы бар. Ул хлорид- натрий-кальцийлы минераль һыу төркөмөнә ҡарай.
 
== Иҡтисад ==
== Иҡтисады ==
Бөрө районы сәнәғәте [[ауыл хужалығы]] райондары иҫәбенә инә.
 
Юл 70 ⟶ 72:
 
Махсуслаштырылған хужалыҡтар: Бөрө емеш-еләк питомнигы; “Родник" (“Сады Башкирии" ПБ); Калинники йәшелсә-һөт, Бөрө мал һимертеү совхоздары; Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтының Бөрө тәжрибә хужалығы бар.
 
== Транспорт ==
Районды Өфө—Нефтекама автомобиль юлы киҫеп үтә. Был юлдан Баженово— Мишкә—Ҡариҙел яҡтарына автомобиль юлы айырылып китә.
 
== Социаль-мәҙәни өлкә ==
Районда 45 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 19 урта мәктәп; 26 дөйөм китапхана, 38 клуб учреждениеһы, пульмонология профилендәге “Пономаревка" шифаханаһы, “Шәмшәҙе күле", “Сосновый бор" ял йорттары бар.
 
== Билдәле шәхестәр ==
* [[Беляев Сергей Егорович]] (19.03.1938—9.10.2003), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1978). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның (2002) һәм [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. [[СССР]]‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). [[Иҫке Ежов]] ауылынан<ref>[http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/2284-belyaev-sergej-egorovich Башҡорт энциклопедияһы — Беляев Сергей Егорович]{{V|10|03|2018}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
<references/>
{{Бөрө районы ауылдары}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бөрө_районы» битенән алынған