Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
Театр «Ҡарағол» ([[Дауыт Юлтый|Д. Юлтый]]), «Һаҡмар» (С. Мифтахов), «Өйләнеү» (Н. Гоголь), «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (А. Н. Островский) пьессаларын сәхнәләштерә.
 
[[Икенсе бөтә донъя һуғышы]] башланғас, актерҙарҙың күбеһе, ҡулына ҡорал тотоп, ил һағына баҫа. Театр ҡатын-ҡыҙҙар Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы, Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы, [[Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы]], Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы һәм 14 йәшлек Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы иңендә ҡала. Һуғышҡа киткән 19 кешенән тик икеһе генә әйләнеп ҡайта — Ғ. Сарбаев һәм М. Лоҡманов. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы [[Ғәйфулла Сарбаев]] бөтә ғүмерен театрға бағышлап, утыҙҙан ашыу спектакль ҡуйған, сәхнәлә сағыу ролдәр башҡарған.
 
Театр үҫешә, камиллаша һәм тамашасыға булған мөнәсәбәт, спектакльдарҙың юғары сифаты арҡаһында Башҡортостандың иң яҡшы театрҙары рәтенә инә.