Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы [[1962 йыл]]дың [[17 апрель|17 апрелендә]] [[БАССР]]‑ҙың [[Ҡалтасы районы]] [[Краснохолмский]] ҡасабаһында тыуған.
[[1990 йыл]]да [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]н тамамлай, М. Ғ. Мортазина класында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда солист булып эшләй башлай. [[1993 йыл]]дан Көнбайыш Европа илдәре ([[Швеция]], [[Испания]], [[Германия]] һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә йөрөй. [[1995 йыл]]да З. Исмәғилов операларында төп ролдәрҙе башҡарғаны өсөн, [[Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы]] лауреаты исеме бирелә.
 
[[1998 йыл]]да [[Италия]]ның Милан ҡалаһында Юғары музыка мəктəбен (Л. Беренго класы; [[2000 йыл]]дан алып шунда уҡ уҡыта) һəм Альбиссола‑Марина ҡалаһында Р. Скотто опера академияһын (Р. Скотто класы) тамамлаған. [[2010 йыл]]дан башлап Манхэттен музыка мəктəбендə (Нью‑Йорк ҡалаһы, [[АҠШ]]) уҡыта.