Носков Александр Куприянович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Александр Куприянович<ref>иногда употребляется ''Киприянович''</ref> Носков''' ([[27 август]] [[1872 йыл|1872]])
, {{ТыуыуУрыны|Уральск}}, [[Ырымбур губернаһы]] — {{Үлгән көнө|3=1961}}, [[Өфө]]) — [[Башҡортостан Республикаһы]]нда йәшәгән һәм эшләгән беренсе ғалим-биогеограф, крайҙа юғары белем биреүҙе ойоштороусыларҙың береһе, [[ботаника]], география буйынса, шул иҫәптән Ырымбур буйынса ла, бик күп фәнни эштәр авторы, Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһы гербарийының (бөгөн [[РФА ӨФҮ Биология институты|Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биология институты]] Гербарийы) беренсе мөдире. Әле лә А. Носков уның иң алдынғы коллекторҙарының (үҫемлектәрҙе йыйыусы) береһе булып иҫәпләнә. Уның тарафынан күләме 6 мең биттән торған (1930 йылда [[Мәскәү дәүләт университеты|МДУ]]-ға бүләк ителә) уникаль гербарий йыйыла. 1920 йылда ғалим етәкселегендә [[Башҡортостан]] буйынса беренсе тапҡыр комплекслы экспедициялар ойошторола, уның һөҙөмтәләре [[Көньяҡ Урал]]ды ботаник-географик районлаштырыуҙы эшләгәндә файҙаланыла. Носков беренсе тапҡыр республика территорияһында быға тиклем теркәлмәгән бик күп үҫемлектең үҫеүен асыҡлай, бик һирәк үҫкән төрҙәр урыны табыла һәм артабан улар [[Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы]]на индерелә. Ғалимдың гербарийы, баҫма хеҙмәттәре юғары көпшәле үҫемлектәрҙең айырым һәм төркөмдәре менән эшләүсе флорист-системалаусылар өсөн мөһим материал булып тора. Тимәк, А. К. Носковты Башҡортостандың һәм тотош Көньяҡ Урал төбәгенең, тимәк, Рәсәйҙең флораһы һәм үҫемлектәр донъяһын белеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
 
Совет осоронда башҡорт биогеографияһы пионеры А. К. Носковтың исеме онотолоуға дусар була, тәүге биографик характерҙағы публикациялар 1990 йылдарҙа ғына күренә. 2017 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең эш планы проектына А. К. Носковтың музейын ойоштороу буйынса саралар индерелә. 2017 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли музейында А. К. Носковҡа арналған ваҡытлы экспозиция эшләй (белешмәне С. Ю. Семенова төҙөй)
8 юл:
 
=== Ғаиләһе ===
Атаһы — бер динле (единовер) сауҙагәр '''Носков Куприян Сергеевич, ''', 1878 йылда Уральскиҙа мәрхүм була.
 
Әсәһе — Мәскәү мещаны '''Софья Ивановна''', тол ҡалғас, туғандарында экономка булып эшләй, 1921 йылда Уральскиҙа вафат була.
 
Ағаһы — Носков Сергей Куприянович, 1921 йылға тиклем Уральскиҙа ерләнә. Хәрби булыуы 1905 йылда Алыҫ Көнсығышта, Харбинда, тимер юлын хунхуз бандаларынан һаҡлауҙа ҡатнашыуы ихтимал.
 
Ҡатыны — '''Мария Гавриловна,''' атаһы яғынан '''Кармазина''' (07.01.1878—1960 йылға тиклем, Өфө).
18 юл:
Улы — '''Носков Гавриил Александрович''' ([[Благовещен районы|Благовещен]], Өфө губернаһы, 5 ноябрь 1898—1946, Мукачево, Украина ССР-ы), агроном, аҡ эмигрант, 1908—1913 йылдарҙа — буласаҡ билдәле аҡ эмигрант Струве Алексей Петрович, Э. һәм Р. Талдәр менән Тенишев училищеһында уҡый, 1914—1916 — уҡыуын [[Өфө реаль училище]]һында (уҡытыусыһы П. И. Свешников), 1917—1918 — Новочеркасскиҙа Дон политехник институтында белем эстәй. 1926 йылда «Урыҫ акцияһы» программаһы буйынса Прагала Чех юғары техник училищеһында агроном дипломы ала. 1930 йылдар — Чехия Карпаттары аръяғында агрономия курстары мөдире һәм лекторы, аҡ эмигранттарҙың Урыҫ агрономдары берлеге ағзаһы (1921—1939 йй. Бөгөн дә Урыҫ инженерҙары союзы ҡарамағында эшләп килә). Прагала Г. Носков урыҫ профессоры, инженер-технолог А. С. Ломшаков ғаиләһе менән яҡындан аралаша.
 
Ҡыҙы — '''Носкова Татьяна''' '''Александровна''' ([[Ырымбур]], 7 апрель, 1904 йыл — Өфө, 1985) — Ленинград дәүләт университетын тамамлай, [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның география уҡытыусыһы. 1953 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Агробиология институтының [[Кучеров Евгений Васильевич|Е. В. Кучеров]] етәкселегендә ботаника экспедицияһында ҡатнаша (Урал аръяғында — Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары — мал аҙығы әҙерләнгән ерҙәрҙе өйрәнеү).
 
Өфөләге Гоголь урамы, 22-се йортта 1920-се йылдарҙа Носковтар ғаиләһе йәшәй.
26 юл:
 
=== Һөнәри эшмәкәрлеге ===
1896—1897 — Өфө губернаһы Благовещен ҡалаһындағы уҡытыусылар семинарияһында тәбиғи фәндәр уҡытыусыһы.
 
1899—1901 — Ирбитта ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында тәбиғи фәндәр уҡытыусыһы.
38 юл:
1912—1914 — Фребелев курстары лекторы.
 
1913 — Петербургта Веденск коммерция училищеһы уҡытыусыһы.
 
1909—1910 — [[Санкт-Петербург]] Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәре.