Абдуллин Байрас Фоат улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Абдуллин Байрас Фоат улы''' ([[1951]] йылдың 1 марты — 2004 йылдың 8 майы) — башҡорт дирижёры, тромбонсы, композитор, педагог, РФ эске хеҙмәт подполковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
 
== Биографияһы ==
Байрас Абдуллин [[1 март]] [[1951 йыл|1951]] йылдың 1 мартында Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Үрген ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Байрастың музыкаль һәләте бала саҡтан уҡ беленә, шуға күрә Үрген ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернатында  (хәҙер [[Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы|Ғәзиз Әлмөхәмәтов]] исемендәге Республика музыка гимназия-интернаты) уҡыуын дауам итә. Н. Г. Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһында тромбон класында (1970-1974) юғары белем ала.
 
Байрас Фоат улының армиялағы хеҙмәте лә шулай уҡ музыка менән бәйле була, ул Волга буйы хәрби округының йыр һәм бейеү оркестры солисы була, ә һуңынан Чехословакиялағы Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт итә.
 
Өфөгә ҡайтҡандан һуң, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры симфоник оркестры солисы булып, музыкаль тәрбиә биреү интернат-мәктәбенең тынлы һәм һуҡма инструменттар бүлегендә музыкаль тәрбиә биреү уҡытыусыһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты тынлы һәм һуҡма инструменттар кафедраһы уҡытыусыһы.
1983 йылда Байрас Абдуллин РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының (элекке СССР Эске эштәр министрлығының етәксе составын әҙерләүсе Өфө урта махсус әҙерлек мәктәбе) тынлы оркестрына нигеҙ һала һәм 18 йыл уның менән уңышлы етәкселек итеп, эске эштәр хеҙмәте  лейтенантынан подполковник дәрәжәһенә тиклем юл үтә. Шуның менән бер рәттән Өфө нефть институтындағы {{comment|йәмәғәт профессиялары факультет|ФОП}}ында тынлы оркестрында 1987 йылға тиклем дәрестәр  алып бара.