ДНК: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
'''Төп функцияһы''':бөтә тереклектең генетик мәғлүмәтен һаҡлау, ғәмәлгә ашырыу һәм нәҫелдән нәҫелгә тапшырыу.
 
==Дөйөм мәғлүмәттәр==
 
'''Мономерҙары дүрт төр''' '''дезоксирибонуклетид:''' цитозин, тимин, аденин, гуанин.
14 юл:
'''Дезоксирибонуклеотидтар бер - береһенән азотлы нигеҙ буйынса ғына айырылалар''':пиримидиндар төркөмөнән —Цитозин менән тимин; пуриндарҙан — аденин менән гуанин.
 
'''Тупланыу урындары''':эукариоттарҙа [[күҙәнәк]] ядроһында (төп өлөшө), митохондрияларҙа һәм пластидтарҙа; прокариоттарҙың цитоплазмаһында.
 
'''Химик тәбиғәте буйынса''' '''ДНК''' оҙон полимер молекула була. Эҙмә-эҙ тоташҡан нуклеотидтарҙан тора. Теҙмәләге нуклотидтар араһындағы бәйләнеште береһенең дезоксирибозаһы менән икенсеһенең фосфор кислотаһы ҡалдығы төҙөй. Был поляр булмаған ковалент бәйләнеш (фосфодиэфирлы бәйләнеш) бик ныҡ була.Тиҙ генә ысҡынып, емерелеп бармай.
 
==Дезоксирибонуклеин кислотаһына ҡылыҡһырлама==
Бөтә күҙәнәктәрҙә лә — [[хайуандар]]ҙа ла, [[үҫемлектәр]]ҙә лә — нәҫел информацияһын һаҡлау роле ДНК-ға ҡайтып ҡала.
 
ДНК молекулаһы спираль яһап береһе икенсеһе тирәләй үрелгән ике сынйырҙан тора.
 
ДНК-ның бындай спирале ҙур түгел, 2 нм тирәһе. Оҙонлоҡҡа ул унар мең тапҡыр ҙурыраҡ — ул йөҙәр мен нанометрға етә.
 
Ә бит иң эре аҡһым молекулаһының һуҙылған килеш оҙонлоғо 100—200 нм-ҙан ашмай. Шулай итеп, ДНК молекулаһы буйына бер-бер артлы меңәрләгән аҡһым молекулаһы тығыҙлап һалынырға мөмкин.
 
ДНК-ның молекуляр массаһы ифрат ҙур — ул унар, хатта йөҙәр миллионға етә. Бындай молекулаларҙы '''макромолекула'''лар тип атайҙар.
 
ДНК-ның һәр ебе [[нуклеотидтар]]ҙан торған мономерҙарҙан яһалған полимерҙы тәшкил итә. Нуклеотид өс матдә ҡалдығының химик берләшмәһенән: азотлы нигеҙҙән, углеводтан (моносахаридтан-дезоксирибозанан) һәм фосфор кислотаһынан тора.
 
Бөтә органик донъяның ДНК-һы дүрт төр нуклеотидтың берләшмәһенән барлыҡҡа килгән. Бөтә дүрт нуклеотидтың да [[Углеводтар|углевод]]ы һәм фосфор кислотаһы бер төрлө.
 
Нуклеотидтар тик азотлы нигеҙҙәре буйынса ғына айырыла.
 
Шуға ярашлы уларҙы: азот нигеҙле аденинлы нуклеотид (ҡыҫҡаса А), гуанинлы нуклеотид (Г), тиминлы нуклеотид (Т) һәм цитозинлы нуклеотид (Ц) тип атайҙар. Ҙурлыҡтары буйынса А Г-ға, Т Ц-ға тигеҙ, А менән Г-ның дәүмәле Т менән Ц-ға ҡарағанда ҙурыраҡ.
 
ДНК сынйырында нуклеотидтар бер нуклеотидтың углеводы һәм күрше нуклеотидтың фосфор кислотаһы аша тоташа. Улар ныҡлы ковалент бәйләнеш менән тоташҡан.
 
Шулай итеп, ДНК-ның һәр ебе полинуклеотидты тәшкил итә. Был — нуклеотидтарҙың билдәле бер ҡәтғи тәртиптә урынлашҡан оҙон сынйыры.
ДНК-ың сынйырҙары азотлы нигеҙҙәре аша азотлы «тоташып» икеләтә спираль барлыҡҡа килтерә. Был нигеҙҙәр бер-береһенә водородлы бәйләнеш барлыҡҡа килерлек дәрәжәлә бик ныҡ яҡын килә.
 
Тоташыусы нуклеотидтарҙың урынлашыуында мөһим законлылыҡ бар: бер сынйырҙағы А ҡаршыһына һәр ваҡыт икенсе сынйырҙа Т тура килә, ә бер сынйырҙағы Г ҡаршыһына һәр ваҡыт Ц тура килә.
 
Нуклеотидтар тик шундай тәртиптә урынлашҡанда ғына икеләтә спиралдең бөтә оҙонлоғо буйынса сынйырҙар араһында бер тигеҙ алыҫлыҡ булдырыла. Бер-береһенә ҡаршы урынлашҡан нигеҙҙәр араһында водородлы бәйләнештәрҙең иң күп һанының барлыҡҡа килеүе тәьмин ителә (Г менән Ц араһында өс водородлы бәйләнеш һәм А менән Т араһында ике водородлы бәйләнеш).
Бындай тап килеүҙәрҙең һәр береһендә ике нуклеотид та бер-береһен тулыландырып торған кеүек була. «Тулыландырыу» һүҙе латин телендә «комплемент» тип атала.
 
Шуға күрә Г өсөн Ц, ә Т өсөн А комплементтар булып тора. Әгәр ДНК-ның бер сынйырының ниндәйҙер өлөшөндә А, Г, Ц, Т, А, Ц, Ц бер-бер артлы килһә, икенсе сынйырҙың ҡаршы өлөшөндә уларға комплементар булған Т, Ц, Г, А, Т, Г, Г урынлаша.
 
Шулай итеп, бер сынйырҙа нуклеотидтарҙың урынлашыу тәртибе билдәле булһа, '''комплементар принцип''' буйынса икенсе сынйырҙа ниндәй нуклеотидтар урынлашасағы шунда уҡ асыҡлана.
 
Күп һандағы водородлы бәйләнештәр ДНК сынйырҙарын ныҡлы тоташтыра, был молекулаға тотороҡлолоҡ бирә һәм шул уҡ ваҡытта уның хәрәкәтсәнлеген һаҡлай: дезоксирибонуклеаза ферменты тәьҫирендә ул еңел тағатыла.
 
ДНК күҙәнәктең ядроһында, шулай уҡ митохондрияларында, хлоропластарында урынлашҡан. Ядрола ДНК хромосомалар составына инә, унда аҡһымдар менән берләшмә хәлендә тора.
 
Эукариоттар ([[хайуандар]], [[үҫемлектәр]] һәм [[бәшмәктәр]]) күҙәнәктәрендә ДНК-ның күҙәнәк үҙәктәрендәге хромосомалар составында була, һәм шулай уҡ күҙәнәк эсендәге органоидта (митохондрияларҙа һәм пластидтарҙа) бар.
 
Прокариот организмдарҙа ДНК молекулаһы цитоплазмала урынлашҡан һәм аҡһымдар менән бәйләнмәгән.Ул таяҡ йәки ҡулса формаһында була.
Прокариот организмдарҙа ([[таяҡсалар]]ҙа һәм [[архейҙар|архейҙәр]]ҙә) һыҙыҡлы ДНК күҙәнәктең эстәге төҫөнән тағылып ҡуйған. Уларҙа ла түбән төҙөлөшлө эукариоттарҙа (мәҫәлән, әсеткеләрҙә) кескәйерәк айырым күбеһенсә сыңғалайлыҡ ДНКлар бар (исемдәре — ''плазмидалар була''). Шунан башҡа бер йәки ике теҙмәле ДНКлар ДНКлы вирустарҙың геномдарын ҡора алалар. Күпселек ваҡиғаларҙа (бер-ике вирустарҙан башҡа, ҡайһыларында бер теҙмәле генә ДНК бар) ДНК бәйләнешмәлек (макромолекула) ике теҙмәнән тора, ҡайһыларҙа ике теҙмә эсендәге азотлы нигеҙҙәр бер береһенә ҡаршы торалар, һәм шул саҡта ике теҙмә ҡаршы булған яҡтарға йүнәлғән. Шундай ике теҙмәле бәйләнешмәлек ишелгән була. Ғөмүмән шундай ДНКның төҙөлөшө «ҡушланған ишелмә» тип, атала. ДНКла дүрт төрлө азотлы нигеҙҙәр бар (тимин — Т, аденин — А, гуанин — Г һәм цитозин — Ц). Беренсе теҙмәнең азотлы нигеҙҙәр икенсе теҙмәнең азотлы нигеҙҙәр менән һыуғоромло элемтәләр менән ярашлылыҡ (комплементарный) ҡағиҙәһе буйынса ҡушылған: аденин тик тимин менән ҡушыла, гуанин тик цитозин менән һәм кире шулай ҙа. Гендар (нуклеотидтар) эҙмә-эҙлелеге төрлө РНК-лар буйынсағы белемлектәрҙе (мәғлүмәттәрҙе) кодлау ала. Бөтә РНК-ларҙың төрҙәре ДНКның эҙмә-эҙлелеге буйынса төҙөлә һәм ДНК-ның һуң (транскрипциянан һуң) ген (РНК) буйынса аҡһымдар төҙөләләр (шул төҙөлөш исеме аҡһымлау — тип, атала). Шулай уҡ эукариоттар ДНКһында көйләүлек өлөштәре бар (мәҫәлән, кешеләрҙә ошондай ҡөйләүлек өлөштәре 95—98 % бөтә геномын биләйҙәр). Шулай уҡ геномда башҡа «генетик әрәмтамаҡ»-исемле өлөштәре (транспозондар һәм башҡалар) бар.
==ДНК-ың Уотсон-Крик буйынса моделы==
XX быуаттың 50-се йылдарына тиклем ДНК-ың төҙөлөшө һәм нәҫел мәғлүмәтенең нисек тапшырылыуы билдәле булмай.
 
Структура двойной спирали ДНК-ың икеләтә сынйырҙан торған моделы 1953 йылда Френсис Крик һәм Джеймс Уотсон тарафынан тәҡдим ителә. Улар был асышҡа Морис Уилкинс һәм Розалинд Франклин тарафынан яһалған рентгеноструктур тикшеренеү һәм "Чаргафф ҡағиҙәһе" нигеҙендә өлгәшәләр.
 
"Чаргафф ҡағиҙәһе" буйынса ДНК молекулаһында пурин һәм пиримидин нигеҙле нуклеотидтар нисбәте 1:1.
 
ДНКныңҺуңғараҡ төҙөлөшөн асышы (1953ДНК-нсөың йыл) биология тарихындаУотсон-Крик бик мөһиммоделы ваҡиғаһы булғайныиҫбатлана. Шул1962 йылда шул асыш өсөн Фрэнсис Крик, Джеймс Уотсон һәм Морис Уилкинсҡа физиология йәки медицина буйынса [[Нобель премияһы]] бирелгән.бирелә Уларҙың(уларҙың асышына мәрхүмә Розалинд Франклиндың рентгенограммалары ярҙамлағанярҙам иткән, ләкин былмәрхүмдәргә ғалимә шундайпремия премияны ҡабул итмәне, сөнки үлеүҙән һүң уны бирмәйҙар).<ref>{{cite web|url=http://www.scientificamerican.com/slideshow.cfm?id=10-nobel-snubs#5|title=No Nobel for You: Top 10 Nobel Snubs. Rosalind Franklin--her work on the structure of DNA never received a Nobel|author=Erica Westly|date=2008-10-06|work=|publisher=Scientific American|accessdate=2013-11-18|lang=en|archiveurl=http://www.webcitation.org/6MTw9Qugx|archivedate=2014-01-09}}</ref>.
== Әҙәбиәт ==
* А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
* Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
* Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
* А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.
 
[[Категория:Цитология]]
ДНКның төҙөлөшөн асышы (1953-нсө йыл) биология тарихында бик мөһим ваҡиғаһы булғайны. Шул асыш өсөн Фрэнсис Крик, Джеймс Уотсон һәм Морис Уилкинсҡа физиология йәки медицина буйынса [[Нобель премияһы]] бирелгән. Уларҙың асышына Розалинд Франклиндың рентгенограммалары ярҙамлаған, ләкин был ғалимә шундай премияны ҡабул итмәне, сөнки үлеүҙән һүң уны бирмәйҙар.<ref>{{cite web|url=http://www.scientificamerican.com/slideshow.cfm?id=10-nobel-snubs#5|title=No Nobel for You: Top 10 Nobel Snubs. Rosalind Franklin--her work on the structure of DNA never received a Nobel|author=Erica Westly|date=2008-10-06|work=|publisher=Scientific American|accessdate=2013-11-18|lang=en|archiveurl=http://www.webcitation.org/6MTw9Qugx|archivedate=2014-01-09}}</ref>.
[[Категория:Биохимия]]
[[Категория:Биомолекулалар]]
[[Категория:Метаболизм]]
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/ДНК» битенән алынған