Цитология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
68 юл:
 
*күп күҙәнәкле ҡатмарлы организмдарҙа күҙәнәктәр, үҙҙәре башҡарған функциялар буйынса махсуслашып, туҡымалар барлыҡҡа килтерә; органдар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән туҡымаларҙан тора һәм көйләүҙең (регуляция) нервылар һәм гумораль системаларына буйһонған.
== Цитология фәнеңфәненең әһәмиәте ==
Цитология фәне организмдарҙы молекуляр һәм күҙәнәк кимәлдә өйрәнә.Организмда барған бөтә әүерелештәр иң элементар кимәл  — молекуляр һәм күҙәнәк кимәленән башлана.
Шуға ла, күҙәнәктәрҙе тикшереү ауырыуҙарҙың серен асыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ауырыуҙар барлыҡҡа килтереүсе патологик үҙгәрештәр тап бына күҙәнәктәрҙә үҫешә башлай. Мәҫәлән, шәкәр диабеты  — кешеләге иң етди сирҙәрҙең береһе.
 
Был ауырыуҙарҙың сәбәбе  — организмда шәкәр алмашыныуын көйләүсе инсулин гормонын эшләп сығарыусы ашҡаҙан аҫты биҙҙәрендәге күҙәнәк төркөмдәренең насар эшмәкәрлеге.
 
Яман шештәрҙең үҫешенә килтереүсе кире үҙгәрештәр шулай уҡ күҙәнәктәр кимәлендә барлыҡҡа килә.
 
Йорт ҡуяндарының, тауыҡтар, ҡаҙҙар һәм өйрәктәрҙең ҡурҡыныс ауырыуҙарының береһе  — кокцидиоз. Сирҙе тыуҙырыусылар  — иң ябай паразиттар  — кокцидиялар эсәк эпителияһына һәм бауыр күҙәнәктәренә үтеп инә, шунда үрсеп һәм үҫеп, матдәләр алмашыныуын тулыһынса боҙа.
 
Аҙаҡ килеп, был күҙәнәктәрҙе тарҡатып ҡуя. Кокцидиоз менән ауырыған хайуандарҙың аш һеңдереү системаһы эшмәкәрлеге ныҡ боҙола. Әгәр дауаламаһаң, хайуандар һәләк була.
 
Ҡалҡан биҙе сиренең сәбәбе лә молекуляр кимәлдә тироксин гормоны етештереү процесының боҙолоуынан башлана. Тироксин синтезлау өсөн йод етешмәһә, тироксиндың дефицитын организм ҡалҡан биҙен үҫтереү юлы менән тулыландырыға тырыша башлай.
 
Әлбиттә, был юл менән тироксин синтезланмай. Оператив юл менән ҡалҡан биҙенең бер өлөшөн ҡырҡып ташлау ваҡытлыса ярҙам итһә лә, сирҙе туҡтата алмай. Шуның өсөн дә, сирҙең молекуляр һәм күҙәнәк кимәлен асыҡлау, бөгөнгө көндә сир менән уңышлы көрәшергә мөмкинлек бирә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Цитология» битенән алынған