Мәҫәл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Әҙәбиәт: күренеште төҙәтеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
Жанр үҫешенең икенсе осорона тап килгән мәҫәл жанрының телдән һөйләү рәүешендә барлыҡҡа килгән формаһын грек әҙәбиәтендә беҙ тәү тапҡыр Гесиод ижадында осратабыҙ. Был — һандуғас һәм ҡарсыға («Хеҙмәт һәм көн», 202—212) тураһындағы билдәле хикмәт, ул ҡанһыҙ һәм ғәҙел булмаған етәкселәргә бағышланған. Гесиод хикмәтендә беҙ мәҫәл жанрының бөтә билдәләрен дә таба алабыҙ: персонаж булып сығыш яһаған хайуандарҙы ла, арауыҡ һәм ваҡыттан тыш эштәрҙе лә ҡарсыға ауыҙынан ишетелгән сентенциоз моралде лә ишетәбеҙ.
 
Беҙҙең эраға тиклемге VII—VI быуатгрек шиғриәте наҡыҫ ҡына өҙөктәр аша билдәле, был өҙөктәрҙең ҡайһы берҙәре айырым образдары менән аҙаҡтан танылыу алған мәҫәл сюжеттары менән ауаздаш. Классик репертуарҙың төп мәҫәл сюжеттары был ваҡытҡа халыҡ ижадында тулыһынса формалашып бөткән булған тип раҫларға мөмкинселекмөмкинлек бирә. Үҙенең күп һанлы шиғырҙарының береһендә Архилох (ѳҙѳк 88— 95 Б.) бөркөттөң төлкөнө рәнйеткәне һәм бының өсөн аллаларҙан яза алғанлығы тураһындағы «хикмәтте» телгә ала, икенсе бер шиғырында (ѳҙѳк 81-83 Б.) ул төлкө менән маймыл тураһындағы «хикмәтте» һөйләй. [[Аристотель]] Гимер халҡы алдында Фаларидтың («Риторика», II, 20, 1393b) золом хәүефенә ҡарата ҡулланылған ат менән болан тураһындағы мәҫәле менән сығыш яһауҙы Стесихорға ҡайтарып ҡалдыра. Диогениан раҫлауынса, балыҡсы һәм һигеҙаяҡ тураһындағы «Карий хикмәтен» Симонид Кеосский һәм Тимокреонт та ҡулланған була. Мәҫәл формаһы Афиней (XV, 695а) тәржемә иткән йылан һәм ҡыҫала тураһындағы аноним сколияла ла асыҡ төҫмөрләнә.
 
Классик осорҙоң грек әҙәбиәте телдән һөйләнелгән мәҫәлдең формалашҡан традицияларына таяна. [[Геродот]] мәҫәлде тарихнамәгә индереп ебәрә: уның [[Бөйөк Кир II|Киры]] флейтала уйнаусы балыҡсы тураһындағы бик һуң ғына буйһоноусы ионян «мәҫәл менән» өйрәтә (logos) (I, 141). [[Эсхил]] мәҫәлде [[Трагедия (жанр)|трагедияла]] ҡулланған: уның бөркөт ҡаурыйынан эшләнгән уҡтан яраланған бөркөт тураһында һөйләүсе «данлы ливия мәҫәле» (logos) өҙөгө һаҡланып ҡалған. [[Аристофан]]да Писфетер ҡоштар менән һөйләшкәнендә Эзоптың үҙенең башында атаһын ерләгән һабан турғай («Ҡоштар» , 471—476) һәм бөркөттән йәберләнгән төлкө («Ҡоштар» , 651—653) тураһындағы мәҫәлдәренең һүҙҙәре менән оҫта файҙалана , ә Тригей тиреҫ ҡуңыҙына («Донъя» , 129—130) ултырып осоуын аңлатҡанда, мәҫәлгә һылтана, ә"Һағыҙаҡтар" мәҫәленең һуңғы өлөшө тулыһынса Филоклеондың мәҫәлдәрҙе урынһыҙ ҡулланылыуына ҡоролған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мәҫәл» битенән алынған