Әхмәтзәки Вәлиди Туған: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
176 юл:
1917 йылдың 20—27 июлендә [[Ырымбур]]ҙа үткән [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|I Башҡорт ҡоролтайында]] ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм [[Башҡорт мәркәз шураһы]] рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында [[Өфө]]лә уҙған [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|II Башҡорт ҡоролтайында]] ҡатнаша. Бында ул «[[Оло Башҡортостан]]дың», «[[Бәләкәй Башҡортостан]]дың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. [[Башҡорт хөкүмәте]] төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.
 
1917 йылдың ноябрендә Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса [[Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышынайыйылышы]]на делегат итеп һайлана. Башҡорт мəркəз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙə һәм уларға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сəйəси көрəштə позицияһы һəм федератив Рəсəй составында [[Башҡортостан автономияһы]] иғлан ителә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үткән [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|III Башҡорт ҡоролтайында]] ҡатнаша һәм унда президиумы рәйесе һәм [[Кесе Ҡоролтай]] ағзаһы итеп һайлана, [[Башҡорт хөкүмәте]] рəйесе урынбаҫары һəм Хəрби бүлек мөдире итеп раҫлана.
 
1918 йылдың ғинуарында Эске Рəсəй һəм Себер төрки-татар мосолмандарының милли йыйылышы депутаты булараҡ, «берҙəм төрки-татар миллəте» идеяһын тəнҡитләй һәм «Урал-Волга штаты»н ойоштороуға ҡаршы сыға. Ырымбур казак ғəскəре хөкүмəте менән хеҙмəттəшлек итеүҙə ғəйеплəнеп, Ырымбур губерна хəрби-революцион комитеты рəйесе С. М. Цвиллинг бойороғо буйынса 1918 йылдың февралендә большевиктар тарафынан Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди, ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 1918 йылдың апрелендә Ырымбур казактарының һәм башҡорт отрядтарының һөжүме ваҡытында Башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәнән сығарыла.