Скобликова Лидия Павловна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, викилаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
</div>
[[Силәбе]]нең «Буревестник» командаһы, һуңғары Мәскәү "Локомотив"ы өсөн сығыш яһай.
«Ҙур уҙыштар» спорт-күңел асыу шоуында команданың тренеры була.
 
== Биографияһы ==
20 юл:
 
== Уникаль ҡаҙанышы ==
1964 йылда Олимпия уйындарында ([[Австрия]]) Скобликова конькиҙа тиҙлекле йүгереү тарихында уникаль ҡаҙанышҡа өлгәшә — бөтә дүрт дистанцияла ла алтын миҙал ала һәм өҫтәүенә өсөһөндә (500, 1000 һәм 1500 м) олимпия рекордтары ҡуя. Йүгереүенең матур, еңел, теүәл техникаһын билдәләп, белгестәр уны «Коньки королеваһы» тип атай. 1964 йылдан КПСС ағзаһы, партияға Инсбруктағы триумфынан һуң телефон аша Н. С. Хрущёв тарафынан алына. Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзының вице-президенты С. Лофман әйтеүенсә, Скобликованың һоҡланғыс триумфы ҡатын-ҡыҙҙар араһында конькиҙа йүгереү спорты үҫешенә ярҙам итә. Шул уҡ 1964 йылда Скобликова конькиҙа тиҙлекле йүгереү буйынса донъя чепионатында (Швеция) йәнә дүрт дистанцияла еңеү яулай. Бындай ҡаҙаныштан (8 алтын миҙалдың 8-е лә) уҙҙырып булмай, уны тик ҡабатларға ғына була. 1964 йылда тағы бер Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
 
Ғаиләһе лә спортсыларҙан тора: ире А. Полозков еңел атлетика буйынса СССР йыйылма командаһы составына инә, спорт атлауы буйынса донъя рекордсыһы, улы Г. Полозков [[1990]]-сы йылдар башында Рәсәйҙең конькиҙа йүгереү спорты буйынса йыйылма командаһының тренеры була.
 
Силәбеләге Боҙ һарайы Лидия Скобликова исемен йөрөтә.