Метаболизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:ATP-3D-vdW.png|thumb|right|280px| [[Аденозинтрифосфат]] структураһы — энергия алмашыуҙа төп аралашаусы]]
 
'''Метаболи́зм''' ({{lang-el|μεταβολή}} — «әүерелеү, үҙгәреү»), йәки '''матдәләр алмашыныу''' — тере [[организм]]да [[тормош|тереклекте]] һаҡлау өсөн зарур химик реакциялар. Был процесстар [[организм]]ға үҫергә һәм үрсергә, үҙ структураларын һаҡларға һәм тышҡы тәьҫиргә яуап бирергә мөмкинлек бирә.
 
Метаболизм ғәҙәттә ике баҫҡыстан тора:
* катаболизм(энергетик алмашыныу) барышында ҡатмарлы органик матдәләр ябай матдәләргә тарҡалалар;был процесс барышында энергия бңленеп сыға.
* анаболизм (пластик алмашыныу) процессы барышында энергия сарыф ителеп [[Аҡһымдар|аҡһым]], [[шәкәр]], [[май]] һәм [[Нуклеин кислоталары|нуклеин кислотаһы]] кеүек матдәләр барлыҡҡа килә.
 
Туҡланыу процессында организмға матдәлер килә. Уларҙы эшкәртеп, йәғни бик ябай өлөштәргә тарҡатып, организм тарафынан үҙлештерелеп, үҫеш өсөш төҙөлөш материалы ала. Был процесс тотороҡһоҙ барһын өсөн энергия кәрәк. Аҙыҡ энергия сығанағы булып тора.
 
Матдәләр алмашыныуы энергия әүерелеүе менән бәйләнгән. Аҙыҡтың ҡатмарлы матдәләре ябайҙарға тиклем тарҡалыуы һәм үҙләштерелеүе энергия бүленеү менән бергә бара. Матдәләр алмашаныуҙың барлыҡ реакциялары һәм энергияның әүерелеүе реакцияны тиҙләтеүсе катализаторҙар — [[ферменттар]] ҡатнашлығында бара. Аш һеңдереү ферменттары төкөрөктә, ашҡаҙан һутында, аш һеңдереү биҙҙәренең бүлендектәрендә була.
13 юл:
=== Катаболизм ===
{{main|Катаболизм}}
''Катаболизм'' тип шәкәр, май, аминокислота кеүек ҙур молекулаларҙың тарҡалыу метаболик процессын атайҙар.
 
Катаболизм процессында анаболизм (биосинтез) өсөн ябайыраҡ органик молекулалар барлыҡҡа килә. Шулай уҡ, энергия сығымдары талап иткән барлыҡ процестар өсөн кәрәк булған АТФ синтезлана.
 
АТФ ( аденозинтрифосфат)   күҙәнәкте энергия менән тәьмин итеүҙә берҙәм һәм универсаль сығанаҡ, "«аккумулятор" »
 
Метаболизм төрө буйынса [[организм]]дарҙы энергия алыу сығанағына нигеҙләнеп классификацияларға була.
25 юл:
=== Анаболизм ===
{{main|Анаболизм}}
''Анаболизм'' — ҡатмарлы молекулалар биосинтезенда энергия сарыф итеп үткәрелгән метаболик процесстар. [[Күҙәнәк]] структураһына ингән ҡатмарлы молекулалар эҙмә-эҙлекле ябайыраҡ төҙөлөшлө молекулаларҙан төҙөлә.
 
Анаболиз өс этаптан тора, һәр этабы махсус ферменттар ярҙамында башҡарыла.
 
* Беренсе этапта ябай төҙөлөшлө аминокислоталар, моносахаридтар, терпеноидтар һәм [[нуклеотидтар]] синтезлана.
 
* Икенсе этапта АТР энергияһын сарыф итеп актив формаға күсә.
 
* Өсөнсө этапта мономерҙар, [[Аҡһымдар|аҡһым]], полисахарид, [[май]] һәм [[Нуклеин кислоталары|нуклеин кислотаһы]] кеүек ҡатмарлы молекулаларҙа берләшә.
 
== Тарихы ==
[[Файл:SantoriosMeal.jpg|thumb|right|200px|Санторио үҙен ашағанға тиклем һәм ашағандан һуң үлсәп ҡарай, ''Ars de statica medicina'', 1614 йылда нәшер ителгән]]
Биологияға «метаболизм» терминын беренсе тапҡыр 1840 йылда Теодор Шванн кереткән, әммә был термин ҡиң ҡулланылмай.
 
1870 йылдарҙы Майкл Фостерҙың физиология буйынса ҡулланмаһы сыҡҡас, термин күпселек телдәрҙә ҡулланыла башлай<ref>{{Книга|автор = Фельдман Г.Э.|заглавие = Майкл Фостер|место = Ленинград|издательство = Наука|год = 1986|страницы = 52}}</ref>.
 
Метаболизмды өйрәнеү бер нисә быуат дауам итә. Өйрәнеү хайуандар организмдағы метаболик реакцияларҙы өйрәнеүҙән башлана.
 
Матдәләр алмашыныу төшөнсәһе беренсе тапҡыр Ибн әл-Нәфис (1213—1288) хеҙмәттәрендә күренә, ул «кәүҙә һәм уның өлөштәре даими рәүештә тарҡалыу һәм туҡланыу хәлендә тора, даими рәүештә үҙгәрештәр кисерә» тип яҙа<ref name="Roubi">Dr. Abu Shadi Al-Roubi (1982), «Ibn Al-Nafis as a philosopher», ''Symposium on Ibn al Nafis'', Second International Conference on Islamic Medicine: Islamic Medical Organization, Kuwait ([[cf.]] [http://www.islamset.com/isc/nafis/drroubi.html Ibnul-Nafees As a Philosopher], ''Encyclopedia of Islamic World'' [http://web.archive.org/web/20080206072116/http://www.islamset.com/isc/nafis/drroubi.html]).</ref>.
 
Метаболизм буйынса иң беренсе эксперимент тураһында 1614 йылда Санторио {{lang-it|Ars de statica medicina}}<ref>{{cite journal |author=Eknoyan G |title=Santorio Sanctorius (1561–1636) - founding father of metabolic balance studies |journal=Am J Nephrol |volume=19 |issue=2 |pages=226–33 |year=1999 |pmid=10213823 |doi=10.1159/000013455}}</ref> тигән китабында яҙған. Ул үҙен ашағанға тиклем, ашағандан һуң, йоҡоға тиклем һәм йоҡонан һуң, һыу эскәнгә тиклем һәм һыу эскәндән һуң, һейҙек бүлеп сығарғандан һуң үлсәп ҡараған. Ул ашаған аҙығының ауырлығы етмәүенә иғтибар итә, ул быны боҫҡа әүерелгән тип аңлата.
 
Тәүге тикшеренеүҙәрҙә метаболик реакция булыуын асыҡлай алмай, йәнле туҡыма менән "«тере көс"» ( витализм) идара итә тип иҫәпләй<ref>Williams, H. S. (1904) [http://etext.lib.virginia.edu/toc/modeng/public/Wil4Sci.html A History of Science: in Five Volumes. Volume IV: Modern Development of the Chemical and Biological Sciences] Harper and Brothers (New York) Retrieved on 2007-03-26</ref>.
[[XIX быуат]]та [[Луи Пастер]] [[шәкәр]]ҙе әсетке ярҙамында [[спирт]]ҡа тиклем әсеткәндә, әсеү процессы ферменттар ярҙамында башҡарыла тип иҫбат итә. «Алкогольгә тиклем әсеү — махсус күҙәнәктәр ярҙамында башҡарыла, был процесс күҙәнәктең үлеме һәм тарҡалыуы менән бәйләнмәгән» тип яҙа Пастер<ref>{{cite journal |author=Dubos J.|year=1951 |title= Louis Pasteur: Free Lance of Science, Gollancz. Quoted in Manchester K. L. (1995) Louis Pasteur (1822–1895)—chance and the prepared mind|journal= Trends Biotechnol| volume=13 |issue=12 |pages=511–515 |pmid= 8595136 |doi=10.1016/S0167-7799(00)89014-9}}</ref>. Был реакция һәм 1828 йылда Фридрих Вёлер асҡан мочевина синтезы реакцияһы<ref>{{cite journal |author=Kinne-Saffran E, Kinne R |title=Vitalism and synthesis of urea. From Friedrich Wöhler to Hans A. Krebs |journal=Am J Nephrol |volume=19 |issue=2 |pages=290–4 |year=1999 |pmid=10213830 |doi=10.1159/000013463}}</ref> күҙәнәктәге органик реакцияларҙың химиялағы башҡа реакцияларҙан айырмаһы булмауын иҫбат итә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Метаболизм» битенән алынған