Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
9 юл:
== Салауат Юлаев музейын булдырыу һәм үҫтереү ==
 
Салауат районы Әлкә ауылы Салауат Юлаевтың тыуған төйәге- 18 быуатта яндырылған Тәкәй ауылы торған урындан йыраҡ түгел. Әлеге Әлкә ауылы биләмәһендә генә 8 ауыл яндырылған. Тарихсылар араһында Тәкәй ауылының иҫән ҡалған кешеләре Әлкә ауылына нигеҙ һалыусылар, тигән фараз таралған.
 
Был төбәктә йәшәгән халыҡ Салауат Юлаев хаҡында йәнле хәтирәләр һаҡлай. Ләкин районда һәм республикала ни сәбәп менәндер Салауатҡа арналған музей булмай.
 
Салауат Юлаев музейын булдырыуҙа ,һис шикһеҙ ул ваҡыттағы Әлкә һигеҙ йыллыҡ (һуңыраҡ урта) мәктәбе тарих һәм география уҡытыусыһы Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин һәм Әбүзәр Хәким улы Сафиуллиндың роле ҙур.
 
1961 йылда Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин балалар менән йорттан йортҡа йөрөп, иҫке әйберҙәрҙе йыя. Бер аҙ материал тупланғас, мәктәптең бәләкәй генә бер бүләһендә Салауат Юлаевҡа арналған мөйөш булдырыла.
 
1965 йылдың 15 сентябрендә Әлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәпбендә Салауат Юлаев музейы асыла.Уның мөдире булып бер нисә йыл Тархан Заһиҙуллин эшләй.
 
1970-се йылдар аҙағында Салауат Юлаев музейы район үҙәге Малаяҙға күсерелеп, мәктәп-интернаттың бер бүлмәһенә ҡуйыла. Музейҙың үҫешенә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әбүзәр Сәйфуллин тос өлөш индерә.Әбүзәр Сәйфуллин үҙ теләге менән экспонаттар йыя, бер аҙ ваҡыт уларҙы үҙ өйөндә һаҡлай. Уларҙы йыуып, тәртипкә килтереүҙә ҡыҙы Әлфиә Сәйфуллина ла ҡатнаша.
 
1975 - 1988 йылдарҙа музейға Әлфиә Сәйфуллина етәкселек итә. Был ваҡытта музейҙы алтын ҡуллы оҫта Рәшит Ғәлимов биҙәй. Уға уҡыусыһы Тайфур Абдуллин ярҙам итә.
 
1991 йылда музейҙың яңы бинаһы ҡалҡып сыға. Был йылдарҙа музейҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хатмулла Ғафаров директор була. 10 йылдан ашыу музей директоры булып Маргарита Сәфәрғәлина эшләй.
 
2002 йылда музейҙа реконструкция үтте. Ваҡыт үтеү менән ул заманға яраҡлаштырылып, яңыртылырға тейеш, тип уйлайым. Музейҙың тышҡы ҡиәфәте матурлана, яңыра, ә документтар шул уҡ ҡала, – тип сығыш яһаны.
Музейҙың бөгөнгө директоры- Зилә Садиҡова . Музей «Салауат эҙҙәре буйлап» туристик маршрутының иң мөһим өлөшө булып тора.
 
==Емельян Пугачев фильмында төшкәне ==