Дауытов Нур Әсғәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: БР → Башҡортостан Республикаһы using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
33 юл:
Нур Әсғәт улы Дауытов 1956 йылдың 5 ғинуарында республиканың [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Бәләбәй районы]] [[Пахарь (Бәләбәй районы)|Пахарь]] ауылында тыуған.
 
Республика музыка мәктәп-интернатын һәм [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]н профессор [[Исмәғилев Заһир ҒарипҒариф улы|Заһир Исмәғилевта]] композиция класын тамамлаған.
 
1982—1987 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт филармонияфилармонияһы]]һынданда музыкаль етәксе вазифаһында эшләй. 1987 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — [[Өфө сәнғәт училищеһы]]ның инструментовка һәм партитураларҙы уҡыу класы буйынса уҡытыусыһы. Хәҙер ул училищеның үҙ предметын бик яҡшы белгән төп уҡытыусыларының береһе булып тора, уның күп уҡыусылары бик яҡшы музыканттар булып китте.
 
Нур Дауытовтың ижади, ижтимағи һәм концерт эшмәкәрлеге киң һәм төрлө. Ул [[Нефтекама]] ҡалаһында «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара фестивален башлап ебәреүселәрҙең береһе һәм уның даими жюри ағзаһы, [[Сибай]] ҡалаһында «Ирәндек моңдары», Октябрьский ҡалаһында «Ҡурай байрамы» һәм башҡа бик күп конкурстар ағзаһы. Үткәрелгән сараларҙың барыһында ла Дауытов жюри ағзаһы ғына түгел, үҙ әҫәрҙәрен башҡарыусы булараҡ та ҡатнаша. Йыш ҡына ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында үҙ концерттары һәм ижади отчеттары менән сығыш яһай.