Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Рөстәм Нурыев Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе)
ә clean up, replaced: пәйғәмбәр → Пәйғәмбәр (13) using AWB
1 юл:
{{Ислам}}
 
'''Һәжәр (Ага́рь)''' ({{lang-he|הגר}}, ''Хагар'', ''илсе''; {{lang-el|Άγαρ}}; {{lang-la|Agar}}; {{lang-ar|'''هاجر'''}}, ''Хаджар'') — [[Древний Египет|Мысырлы]], ҡол ҡатын, [[Сарра]]ның түлһеҙ осоронда хеҙмәтсе булып торған, [[Ибраһим]] пәйғәмбәргәПәйғәмбәргә Исмәғил улын табып биргән кәнизәк .
 
Ибраһим менән Сарраның улы [[Исхаҡ]] ҙурая башлағас, Сарраның ризаһыҙлығы арҡаһында Һәжәрҙе улы Исмәғил менән Ибраһимдың йортонан ҡыуалар (Йәш. 21:1-21).
13 юл:
== Һәжәр — Исмәғилдең әсәһе ==
 
=== Ибраһим пәйғәмбәрПәйғәмбәр һәм Һәжәр ===
Динебеҙҙә телгә алынған бөйөк пәйғәмбәрҙәребеҙҙеңПәйғәмбәрҙәребеҙҙең береһе — Ибраһим ғәләйһиссәләм. Тап бына ошо әүлиә заттан бөгөн донъя халҡының күпселеге тотҡан ибраһими (аврамистик) диндәр таралған да инде. Ибраһими диндәргә, мәғлүм булыуынса, йәһүди, нәсрани, ислами инаныстар инә.
 
Ҡөрьән Кәримдең «Ниса» сүрәһенең 125-се аятында Ибраһим хаҡында былай тип әйтелә: «Дин йәһәтенән үҙенең нәфесен Аллаһы Тәғәлә өсөн тапшырыусынан кем яҡшыраҡ? Шул кешелер: үҙе изгелек ҡылды һәм Ибраһим пәйғәмбәрҙеңПәйғәмбәрҙең диненә эйәрҙе. Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙеПәйғәмбәрҙе Үҙенә дуҫ итеп тотто, йәғни, уны ихтыяр ҡылды һәм уға күп кирәмәттәр бүләк итте.»
 
Мәғлүм булыуынса, Ибраһим пәйғәмбәрПәйғәмбәр менән ҡатыны Сараның ҡартайғанса балалары булмай. Был хәлгә икеһе лә бик ҡайғыралар. Рәсүлдең бик бала көҫәгәнен күреп, эстән һыҙып йөрөгән Сара үҙе хеҙмәтсеһе Һәжәрҙе алырға тәҡдим яһай. «Раббым, миңә бер изге ул бирһәңсе!» — тип теләй зөфаф кисендә Ибраһим. Һәм Аллаһы Тәғәлә уны йомшаҡ күңелле ул — Исмәғилде биреп һөйөндөрә («Саффәт» сүрәһе, 100-101-се аяттар).
Сара көнсөлөктән ҡатынды балаһы-ние менән сүлгә алып барып ташлауҙы талап итергә тотона, тиелә риүәйәттәрҙә. Атай кешегә көтөп алған балаһы һис шикһеҙ йәл, ул байтаҡ икеләнә. Бер мәл Ибраһим пәйғәмбәргәПәйғәмбәргә Аллаһы Тәғәләнән: «Улыңдан бөйөк бер милләт тараласаҡ, уны сүлдә ҡалдыр», — тигән вәхи килә. Ҡайҙа илтергә икәне лә төшөндөрөлә.
 
=== Һәжәр — тәҡүәлек өлгөһө ===
 
Ибраһим пәйғәмбәрПәйғәмбәр Һәжәр менән улы Исмәғилде әле Мәккә урынлашҡан, ә ул мәле яҡын-тирәлә бер әҙәм заты, бер тамсы һыу булмаған, яланғас таштар ғына һерәйеп торған тауҙар араһына килтереп ташлай. Тәҡүәлеге шул тиклем көслө була, ҡатын бары тик: «Һин быны Алланың ҡушыуы буйынса эшләйһеңме?» — тип кенә һорай һәм, ыңғай яуап ишеткәс, һис ҡаршылыҡ, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй, тороп ҡала. «Улай булғас, Аллаһ беҙҙе һәләк итмәҫ», — тип иҫ киткес ышаныс менән тороп ҡала. Әгәр күңелендә шул тиклем инаныу булмаһа, ул бер үлән ҡыяғы ла үҫмәгән, кеше затының эҙе лә булмаған тау-таш араһында ҡурҡышынан, өмөтһөҙлөктөн йөрәге ярылып үлер, йә хыялланыр ине.
 
=== Зәмзәм шишмәһенең ағып сыҡҡаны ===
33 юл:
Хаж ғәмәлен үтәгәндә Ҡәғбәтулла тирәләй ете тапҡыр урап үткәс, зәмзәм һыуы эселә һәм артабан мосафирҙар Сафа һәм Мәрүә араһынан Һәжәр Инәбеҙ кеүек үк йүгерә-атлай уҙа. Хажиҙар был йоланы үтәгәндә Әсә бөйөклөгөн, Аллаға, балаһына мөхәббәтен иҫенә ала. Аллаға бөйөк инаныс кәүҙәләнеше булған Һәжәр Инәбеҙҙең аяҡ эҙҙәре буйлап уҙғанда Ҡөрьәнебеҙҙә әйтелгән: «Йәннәт әсәләрҙең аяҡ аҫтында», — тигән аят та һис шикһеҙ хаҡ мосолмандың күңел күгенә нур булып яғыла.
 
Аяҡ аҫтынан зәмзәм урғылып сыҡҡан бала — Исмәғил — пәйғәмбәрПәйғәмбәр булараҡ динебеҙ тарихына инә. Кеше аяғы баҫмаған тауҙар араһында ҡалған әсәле-уллы аҫыл зат әһле Ислам донъяһы өсөн изге урынға, йылдан-йыл, көндән-көн абруйы арта барған Мәккә ҡалаһына нигеҙ һалыусы булып тора.
 
…Йәмәндән сауҙа маҡсаты менән оҙон сәфәргә сыҡҡан каруан һарғылт-көрән яланғас тауҙар араһынан килә. Арығандар, һыуҙы ла самалап ҡына тотоналар: бала сағынан ошо юлдан йөрөгән ҡарт каруан башлығы белә — тоҙ тәме итеп торған ҡоҙоҡҡа еткәнсе әле ике тәүлек бараһы. Шул саҡ юлбаҫарҙарҙың һөжүменә эләкмәҫ өсөн алға ебәрелгән һағауылдарҙың береһе сабып килеп етә:
39 юл:
 
Каруан башы шик белдереп баш сайҡай, һүҙен дөрөҫләтер өсөн һағауылды тикшерергә ебәрә. Тегеһе эсеп тә туймаҫлыҡ шишмә янында балаһын күрһәтмәҫкә тырышып, кәрәк булһа, уның өсөн йәнен дә бирерҙәй ҡиәфәттә баҫып торған торған йәш ҡатынды күрә.
Һыу бар ерҙә тормош бар. Каруансылар Мәккә тип аталыр ҡаланың тәүге йорттарын һала, ә Исмәғил, бәлиғ булғас, джүрһүмит тип аталған ошо ырыу ҡыҙына өйләнә. Ибраһим пәйғәмбәрҙеңПәйғәмбәрҙең Һәжәр Инәбеҙҙән тыуған улы Исмәғил, шулай итеп, ғәрәп халҡының тәүбабаһына әүерелә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм — уның тура ептән килгән тоҡомо, вариҫы.
 
Ибраһим пәйғәмбәргәПәйғәмбәргә ҡатыны Сара ла ҡартайған көнөндә ул табып бирә, ошо тармаҡтан йәһүд халҡы тарала, бик күп пәйғәмбәрҙәрПәйғәмбәрҙәр донъяға килә. Шулар араһында — мосолмандар айырата ололаған Ғайса ғәләйһиссәләм (Иисус Христос).
 
=== Әсә ҡаһарманлығы ===
 
Әммә Аллаһы Тәғәлә тарафынан, унан бөйөк милләт китәсәк, тип нарыҡланған Исмәғил улын да атай кеше онотмай, килеп йөрөй. Зөлхизә айының иң сағыу тажы, хаж ғәмәленең иң яуаплы көнө — ҡорбан салыу йолаһы ла уның тап ошо улы менән бәйле. Риүәйәттәрҙең ҡайһы берҙәрендә һөйләнелеүенсә, Аллаһ алдында бурысын үтәтмәҫ өсөн шайтан Ибраһим пәйғәмбәрҙеңПәйғәмбәрҙең үҙен дә, ҡорбанға килтерелергә тейеш Исмәғилде лә, хатта Һәжәр Инәбеҙҙе лә үәсүәсәләп маташа. Әммә уларҙың һәр береһе Аллаға бер һүҙһеҙ буйһоноуын, тоғролоғон күрһәтә. Әсәнең яуабы иҫ киткес фәһемле лә, тетрәндергес тә була:
 
— Аллаһ хаҡына икән, мин бер улым түгел, әллә нисәү булһа ла ҡорбанға килтерергә риза.
68 юл:
{{commonscat|Hagar}}
* {{ЭЕЭ|10062|Агарь}}
 
* Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. — Ҡазан: 2004
* Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
* Ситдиҡова Гүзәл. Күсле ил — көслө ил. — Өфө: Китап, 2007. — 448 бит
 
 
[[Категория:Бишкитаптағы персонаждар]]