Хәҙисә бинт Хүвәйлид: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: Мөхәммәд → Мөхәммәт (8) using AWB
 
1 юл:
 
{{Ук}}
 
'''Хәҙисә (Хәдиджә) бинт Хүвәйлид''' (ғәр. خديجة بنت خويلد‎, 555—619) — МөхәммәдМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең беренсе һәм вафатына тиклем берҙән-бер ҡатыны булған. Башҡа ҡатындарға Пәйғәмбәребеҙ ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә өйләнгән.
 
== Сығышы ==
МөхәммәдтеңМөхәммәттең (с.ғ.с) тәүге хәләл ефете — Хәҙисә (Хәдиджә бинт Хүвәйлид) Мәккәнең ҡеүәтле ҡөрәйеш ырыуынан булып, бик бөтмөр, эшлекле, кешелекле, намыҫсан булараҡ даны таралған бай ҡатын. ''Таһира'' тигән ҡушаматы булыуы уның саф күңелле, пак шәхес булыуын иҫбатлай.
 
== МөхәммәдМөхәммәт (с.ғ.с) менән ғаилә ҡороуы ==
Хәҙисә Инәбеҙ сауҙа менән шөғөлләнгән, кеше яллап, каруан оҙатҡан, сит яҡтарҙан ҡыҙыл мал ҡайтартҡан. Яллаған кешеләре араһынан Пәйғәмбәребеҙ МөхәммәдМөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм башҡаларға ҡарағанда табышлыраҡ эшләүе, бик намыҫлы, тоғро һүҙле булыуы менән Хәҙисә Инәбеҙҙең иғтибарын йәлеп иткән.
 
Хәҙисә Инәбеҙ был ваҡытҡа ике тапҡыр тол ҡалып, дүрт бала әсәһе булған. Шул уҡ ваҡытта ҡалала кәләш итеп алырлыҡ уға тиңләшерлек, унан да ҡыҙмалы зат күренмәгән. Күптәр уға күҙ һалған. Ҡатын-ҡыҙ үтә лә түбәнһетелгән бер мәлдә уның йәмғиәттә шундай урын яулауы әйтеп бөткөһөҙ гүзәл сифаттарға эйә булыуын күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙ иһә, белеүебеҙсә, иртә атай-әсәйһеҙ ҡалып, дәрәжәле булһа ла урта хәлле генә туғандары араһында буй еткергән, үҙ көсөнә генә таянып тормош көткән. Әммә Хәҙисә Инәбеҙҙең күңелендә тап уға ҡарата мөхәббәт уты тоҡанған һәм туғандары аша ошоно белгерткән.
 
Рәсүлебеҙҙе аҫрап, егет ҡорона еткергән ағаһы Әбү Талиб Хәҙисәне (р.ғ.) уға әйттергән, һәм кешелек затының иң күркәм ғаиләһе барлыҡҡа килгән. Мәһәргә егерме баш йәш дөйә бирелгән. Был ваҡытта МөхәммәдМөхәммәт ғәләйһиссәләмгә — 25, уның хәләл ефетенә — 40 йәш.
 
Ғаиләлә алты бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Фатима, Өммөгөлсөм, Зәйнәб һәм Руҡайя. Ике улдары — Ҡасим менән Ғабдулла сабый сағында уҡ мәңгелек донъяға күсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ балалары ла ҡыҫҡа ғүмерле була һәм бары тик Фатима, атаһынан һуң бер нисә генә айға ҡалып, фаныйлыҡтан үтә.
Юл 19 ⟶ 18:
Рәсүлебеҙгә үәхий (откровение) иңә башлауҙың тәүге шаһиты ла, уға Ислам таратыуҙа тәүге ярҙамсы һәм арҡалаш та була Хәҙисә Инәбеҙ.Иң беренсе булып Пәйғәмбәребеҙгә иңдерелгән динде Хәҙисә Инәбеҙ ҡабул итә һәм артабан вафатына тиклем ошо ауыр вазифаны үтәүҙә иң яҡын арҡалашы ла, байлығы менән ярҙам итеүсе лә була. Пәйғәмбәрҙе төрлөсә ҡыйырһытҡан саҡта Хәҙисә Инәбеҙ иренең бар ғазаптарын бергә күтәрешә, кәңәшсеһе лә була, хатта буп-буш ҡалған тауар келәттәренә бер саҡ барып ингәс, Пәйғәмбәребеҙҙе йыуатыр йылы һүҙен дә таба.
 
Пәйғәмбәребеҙҙең нәҫел ебен дауам итергә тейешле улдары вафат булыу ҡайғыһын да күтәрә. Хәҙистәрҙә риүәйәт ителеүенсә, Ябраил фәрештә бер килгәнендә Пәйғәмбәребеҙгә Хәҙисә бинт Һүвәйлидте ожмахта тыштан һис бер тауыш инмәҫ мәрйен йорт бүләк ителәсәге менән һөйөндөрөргә ҡуша. Хәҙисә Инәбеҙ менән йәшәгәндә МөхәммәдМөхәммәт ғәләйһиссәләм башҡа бер кемгә лә өйләнмәй, оло мөхәббәт менән 25 йыл йәшәй. Хәләл ефетенең вафатын ул бик ауыр кисерә һәм ғүмеренең ахырына тиклем уның яҡты рухын хөрмәтләп йәшәй.
 
Инәбеҙ Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә хәтерләүенсә, Хәҙисә Инәбеҙҙең әхирәттәрен Пәйғәмбәребеҙ оло хөрмәт менән, ҡәҙерләп ҡаршы алып торорға ҡушҡан.
 
— Иң яҡшыһы ул ине, — ти Рәсүлебеҙ. — Барыһы ла мине алдаҡсы тип иҫәпләгәндә ул миңә ышанды. Бөтә кеше минең янымдан ҡасҡанда, мине күрмәмешкә-белмәмешкә һалышҡанда бер ул ғына миңә үҙ байлығын биреп ҡуйҙы. Бары тик унан ғына миңә Аллаһ балалар бүләк итте.
Юл 33 ⟶ 32:
{{Сахабы|nocat=1}} -->
 
[[Категория:МөхәммәдМөхәммәт]]
[[Категория:МөхәммәдМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатындары| ]]
[[Категория:Ҡөрьән персонаждары]]