Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
== Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге ==
 
1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлағандан һуң, Ишембайҙағы 2-се һанлы инернат-мәктәптә физика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1992—1994 йылдарҙа — ошо уҡ мәктәптә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. 1992-се йылда мәктәп 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты статусын ала. 1994 −2003 йылдарҙа- Гөлназ Әхмәҙиева [[ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты]] директоры .
 
1994 йылда гимназия-интернатҡа Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә. Гимназияла Әхмәтзәки Вәлидиҙең туғандары, улы Субидәй менән ҡыҙы Иҫәнбикә Туған(Вәлиди) менән осрашыуҙар ойошторола .
 
Ул эшләгән осорҙа гимназия-интернаттың ысын мәғәнәһендә үҙ йөҙө, үҙ стиле барлыҡҡа килә. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар республика юғары уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа йыш ҡатнашалар.ҡатнаша . Профилле уҡытыу тәбиғәт фәндәре, гуманитар һәм медицина йүнәлешендә алып барыла. Уҡыуҙы тамамлағанда уҡыусылар башланғыс медицина белеме таныҡлығы, секретарь- референт, тегеүсе һөнәре алып сыға. Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһы, республиканың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәктәптә ғәрәп телен Ҡөръәнде башҡортсаға тәржемәләгән белгес Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғолов уҡыта. Гимназияны тамамлаусыларҙыңтамамлағандарҙың ҡайһы берҙәре Египет, Иордания, Төркиә, Сирияға уҡырға китә . БДУ, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, Өфө дәүләт сәнғәт интститутыинституты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары гмназияның педагогтарына методик ярҙам күрһәтә. Уҡыусылар өсөн математика, физика, химия, журналистика, тарих фәндәренән айырым курстар ойошторола.
 
Был осорҙа гимназия — интернатта Ишембай ҡалаһы һәм районы балалары ғына түгел, ә Башҡортостандың 27 районынан, Себер өлкәләренән килгән уҡыусылар ҙа белем ала.
 
Гөлназ Ғафир ҡыҙы тәҡдиме буйынса билдәле спортсы- шашка уйынсыһы [[Тамара Танһыҡҡужина]] гимназияға уҡырға килә. Ишембайҙа эшләгән шашка клубы тренерҙары менән берлектә гимназияла башланғыс кластарҙа шашка дәрестәре уҡытыла башлай. Оҙаҡламай гимназия уҡыусыларының исеме Башҡортостан,Рәсәй , Европа, шашка буйынса донъя кимәлендәге ярыштарҙа билдәлелек яулай. Гимназия уҡыусылары араһында [["Ишембайнефть"]] ойошмаһының биатлон буйынса йыйылма командаһында уңышлы сығыш яһаусылар була (мәҫәлән, Европа чемпионы Данил Аҫылғужин).
 
1998 йылда гимназия — интернатҡа «Матур мәктәп» Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын бирелә.