Стуков Иннокентий Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Священник улы. Троицкосавск (Кяхта) ҡалаһында реаль училищены тамамлай. Психоневрологик институтында уҡый, әммә уны тамамламай, артабан пехота хәрби училищеһында уҡый. РСДРП-ла 1905 йылдан, большевик. Батша төрмәләрендә 6 йыл үткәрә, 1911 йылда Томск губернаһындағы һөргөндән ҡаса. 1917 йылда РСДРП(б)-ның Мәскәү өлкә бюроһы ағзаһы. Владимир, [[Тверь]] һәм [[Калуга]] округтарынан Учредителдәр йыйылышына һайлана, 5 ғинуарҙағы ултырышта ҡатнашыусы.
 
[[1918 йыл]]дан алып [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы|РККА-ла]], 5-се армияның [[Революцион хәрби совет|Реввоенсовет]]ы ағзаһы. 1919 йылда [[Өфө]] революцион комитеты рәйесе, 1920 РКП(б)-ның Өфө өлкә комитетының рәйесе<ref>http://www.gasrb.ru/uf/file/putev_sekrbashobkomakp.pdf</ref>. «Совет Себере» журналы нәшриәтенең редакторы була, 1920-[[1921 йыл]]дарҙа "«децист"»арға (группа демократического централизма) ҡушыла. [[1926]]—[[1927 йыл]]дарҙа берләшкән оппозицияла ҡатнаша, шунан һуң партия сафтарынан сығарыла һәм һөрөлә. Артабанғы йылдарҙа [[Мәскәү|Мәскәү]]ҙә хәрби һәм хужалыҡ эшендә. [[1936 йыл]]да РСФСР-ҙың финанстар Халыҡ комиссариатының иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы начальнигы.
 
[[1936 йыл]]дың 21 мартында ҡулға алына. СССР-ҙың Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан атырға хөкөм ителә. 1936 йылдың 4 ноябрендә хөкөм ҡарары ғәмәлгә ашырыла. 1957 йылдың 30 ноябрендә, үлгәндән һуң, аҡлана.