Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Файл:Флаг башкир.png → Файл:Флаг Башкурдистана.png using AWB
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
}}
 
'''Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы''' ([[2 ноябрь]] [[1895]], [[Ырымбур губернаһы]] [[Ырымбур өйәҙе]] Мерәҫ ауылы (хәҙерге [[Ырымбур өлкәһе]] [[Новосергиевка районы|Яңы Сергиевск районы]]) — [[8 декабрь]] [[1937]], [[Коми АССР‑ы]]) — [[Башҡорт милли хәрәкәте]] эшмәкәре. Милләте [[башҡорт]].
 
== Биографияһы ==
36 юл:
Яңы тормош өсөн көрәш йылдарында белемле кешеләр бер юлы әллә нисә урында эшләй, кадрҙар йыш алышынып тора. К. А. Иҙелғужин да Тамъян-Түңгәүер, [[Туҡ-Соран кантоны|Туҡ-Соран]] кантон башҡарма комитеттарына етәкселек итә, бер аҙ Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры булып та ала.
 
[[1924 йыл]]дың баштарында К. А. Иҙелғужин [[Мәскәү]]ҙә була, Советтарҙың XI Бөтә Рәсәй съезы эшендә ҡатнаша, унан ҡайтҡас, [[Арғаяш]] кантон башҡарма комитеты рәйесе итеп ебәрелә. [[1925 йыл\\]]да ул «[[Башҡортостан (гәзит)|Башҡортостан]]» гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Полиграфия базаһының йомшаҡ булыуы һәм ҡағыҙ етмәү сәбәпле, ул саҡта гәзит сығарыу бик ауыр була. Уны ваҡытында баҫып сығарыу өсөн, яңы мөхәрриргә күп эшләргә тура килә. Тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр бирә — гәзиттең йөкмәткеһе, биҙәлеше яҡшыра, форматы ҙурайтыла. Төрлө проблемалар яҡтыртыла, гәзиттең абруйы күтәрелә. Был мәлдә Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә «1917-1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте» тигән ҡиммәтле китап яҙа. Был китап әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.
 
[[1928 йыл]]да Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Илдә һәм республикала дөйөм мәжбүри башланғыс белем биреүҙе индерергә әҙерлек башлана. Әммә бының өсөн кәрәкле шарттар етерлек түгел. Уҡытыусылар аҙ, мәктәп биналары насар. Мәғариф Халыҡ Комиссариатынан, уның урындағы органдарынан уҡытыусылар әҙерләү, мәктәп биналары табыу буйынса ғәйәт ҙур тырышлыҡ талап ителә. Яңы педагогия техникумдары, уларҙың эргәһендә педагогик курстар асыла, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороу саралары күрелә. Был айырыуса ауыр һәм мөһим бурыстарҙы үтәүҙә мәғариф халыҡ комиссары күп көс түгә.