Растёгин Григорий Сергеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
{{Ук}}
'''Растёгин Григорий Сергеевич''' ([[1902 йыл|1902]] — [[30 ноябрь|30 ноябрь,]] [[1971 йыл|1971]], Сембер губернаһы, Лаишевка ауылы)- — [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты |ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты]]ның 1-се секретары (1939).
 
== Биографияһы ==
Растёгин Григорий Сергеевич [[1902 йыл]]да тыуған Сембер губернаһының Лаишевка ауылында (хәҙер [[Һамар өлкәһе]], Ульяновск районы) тыуған.
 
[[1926 йыл]]дан ВКП(б) ағзаһы.
 
Куйбышев өлкәһенең һыу транспорты өлкәһендә партия хеҙмәткәре (1931—1937), 1937—1938 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Ульяновск ҡала комитеты секретары (Куйбышев өлкәһе), 1938 йылда ВКП (б)-ның Үҙәк комитеты аппаратында, 1939 йылда — [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты |ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты]]ның 1-се секретары.
 
Һуғыш алдынан Г. С. Растёгин Куйбышев өлкә комитетының икенсе секретары була, ВКП (б)-ның Үҙәк комитеты ағзалығына кандидат (1939 йылдың 21 мартынан алап 1941 йылдың 20 февраленә тиклем). [[Бөйөк Ватан һуғышы|Бөйөк Ватан һуғышы]]нда Көньяҡ, Брянск, [[Ленинград]] һәм Беренсе Украин фронты армия политработнигы сифатында ҡатнаша. [[1946 йыл]]да демобилизациялана, шул уҡ йылда Григорий Сергеевич [[Ульяновск]] ҡалаһының Засвияж район партия комитетының икенсе, артабан — беренсе секретары, [[1951 йыл]]да Ульяновск ҡалаһының Ленин районы партия комитетының беренсе секретары итеп һайлана. [[1953 йыл]]дан [[1961 йыл]]ға тиклем, хаҡлы ялға киткәнсе, КПСС-тың Ульяновск өлкә комитетының парткомиссия ағзаһы була.
[[1971 йыл]]да ҡаты һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була.
 
Григорий Сергеевич Растёгин — Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.