Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
|Викисклад =
}}
'''Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы''' ([[1940 йыл]]дың  [[1 февраль|1 феврале]]) — музыка белгесе. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның (1999) һәм [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|БАССР]]-ҙың (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. [[Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге]] ағзаһы  (1981).
 
== Биографияһы ==
Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы  [[1940 йыл]]дың  [[1 февраль|1 февралендә]] [[Ҡырғыҙстан|Ҡырғыҙ ССР-ы]]ның  Тепе-Ҡурған ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа. 1949 йылда ғаилә [[Өфө]]гә күсә. Ғаилә башлығы  Давыдов Минһаж Хөсәйен улы  Башпотребсоюзда эшләй, ҡатыны Софья Хәмиҙуллина [[Башҡорт дәүләт медицина университеты|Башҡортостан медицина институты]]н тамамлағандан һуң медик була. Эльмира Өфөнөң 44-се дөйөм белем биреү мәктәбендә белем ала.
 
1962 йылда —  [[Өфө сәнғәт училищеһы]]н, 1973 йылда  [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты|Өфө дәүләт сәнғәт институтын]]  тамамлай.
 
1976—1978 йылдарҙа [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)|Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты]] аспирантураһында уҡый  (ғилми етәксеһе Мәхмүт Ниғмәтйәнов). Уны тамамлағас, «З. Ғ. Исмәғилевтең опера ижадында халыҡ йыры тамырҙары» тигән темаға диссертация яҡлай.
 
1961 йылдан БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Радио һәм телевидение  тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитетының музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире булып эшләй, 1965—1968 йылдарҙа  — [[Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы|Башҡорт дәүләт филармонияһы]]ның  лектор-музыка белгесе, 1973—1976 һәм 1982—2002 йылдарҙа  — [[Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге|Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлегенең]] яуаплы секретары, 1978—1982 йылдарҙа  — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре.
 
Эльмира Минһаж ҡыҙының ғилми эштәре  башҡорт операһының үҫеш тарихына, Башҡортостан Республикаһының башҡарыусыларына һәм композиторҙарына арналған.
 
Уның сценарийы буйынса [[Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы|Ғ.  С.  Әлмөхәмәтов]] тураһында документаль фильм ҡуйылған. 1961—1995 йылдарҙа  [[Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы|«Башкортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы]]ның  «Антология башкирской музыки», «Годы и судьбы», «Мастера искусств Башкортостана», «Музыкальная гостиная» тапшырыуҙарын алып бара. 
 
== Хеҙмәттәре ==
Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы  — Башҡортостан Республикаһының музыка тарихы, музыкаль мәҙәниәте буйынса 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
* Давыдова Э. М. Автор знаменитых «Башмачков» / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 2000. — 20 июня.
* Давыдова Э. М. А говорят, незаменимых не бывает! / Э. М. Давыдова // Веч. Уфа. — 2002. — 23 окт.