Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
88 юл:
«Башҡорт хөкүмәтенең халыҡҡа мөрәғәжәте»ндә, большевиктар башҡорт халҡын талауҙа һәм автономияны бөтөрөүҙә ғәйепләнә. Был мөрәжәғәт халыҡты, ғәскәр төҙөп, үҙ ерҙәрен, илен, динен һәм автономияһын һаҡларға саҡыра. 1918 йылдың 12 июнендә (элеккесә — 31 майҙа) [[Силәбе]] ҡалаһында 216-сы һанлы фарманға Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге эргәһендә [[Башҡорт хәрби шураһы|Башҡорт хәрби шураһы (советы)]] ойошторола. Хәрби шура составына интендант, мобилизация, хужалыҡ, суд, строевой, артиллерия, инженер, хәрби‑өйрәтеү бүлектәре, айырым бүлек, хәрби тикшереү һәм хәрби табибтар комиссиялары инә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1911-bash-ort-kh-rbi-shura-y|Башҡорт хәрби шураһы|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>. Шура кантондарҙа [[Башҡорт ирекле отрядтары|13 ирекле отрядтарын]] төҙөй<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1861-bash-ort-irekle-otryadtary|Башҡорт ирекле отрядтары|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>.
[[Файл:Флаг Башкурдистана.png|200px|thumb|[[Башҡортостан автономияһы]]ның дәүләт флагы]]
1918 йылдың июлендә ''Омск'' ҡалаһында ''Ваҡытлы Себер хөкүмәте'' яғынан Башҡортостан автономияһын таныу һәм Башҡорт ғәскәрҙәренә ярҙам итеүҙе ойоштороу маҡсаты менән башта ''А. Ғәбитов'', һунынан [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]] һәм [[Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы|С. С. Мағазов]] һөйләшеүҙәр алып баралар. Һөҙөмтәлә Ваҡытлы Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөлә. Атаман [[Дутов Александр Ильич|А. И. Дутов]] етәкселегендәге ''Ырымбур казак хәрби хөкүмәте'' автономияға ҡаршы булмаҫлығын белдәрә. Үҙен Рәсәй Демократик Федератив Республикаһында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы исеменән эш итеүсе юғары власть тип иғлан иткән [[Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты|''Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты'' (Комуч)]] Башҡорт хөкүмәтен<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2625-b-t-r-s-j-ojoshtorou-jyjylyshy-a-zalary-komitety|Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты|автор=Казанчиев А. Д.}}</ref> һәм Башҡортостан милли-территориаль автономияһын таный{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=101}}.
 
Башҡорт хәрби шураһы 1918 йылдың 7 сентябрендә Ырымбур ҡалаһында [[1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы]], [[2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы]] һәм ''Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы''нан торған [[Башҡорт айырым корпусы]]н булдыра. Октябрҙә уның составына ''Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2‑се Башҡорт кавалерия'' һәм ''6-сы Башҡорт уҡсылар полктары'' инә. Корпустың командующийы итеп генерал-лейтенант [[Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы|Х. И. Ишбулатов]] тәғәйенләнә. Башҡорт айырым корпусы частары ''Халыҡ армияһы'' составында [[Орск]] ҡалаһы өсөн һәм ''Аҡтүбә фронты''ндағы һуғыштарҙа, ''Сызрань'' ҡалаһын обороналауҙа һ. б. ҡатнаша<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1794-bash-ort-ajyrym-korpusy|Башҡорт айырым корпусы|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>.