Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Писатель | Имя = Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов | Оригинал имени = Сафуан…" исемле яңы бит булдырылған
 
23 юл:
«Мөғәллим Солтангилде әфәнденең мәрҫиәһе»(Ҡаҙан, 1908), «Башҡорт хәлдәре», Стәрлетамаҡ (1911), «Дим буйы» (Ҡаҙан, 1912) шиғри йыйынтыҡтары Сафуан Яҡшығоловтоң ысын мәғәнәһендә мәғрифәтсе шағир булып китеүен таныта, ул башҡорт ерҙәрен талауға һәм тыуған яғын коллонизациялауға ҡаршы сығыш яһай. Ә уның «Күңел ялҡындары»(Өфө, 1916) йыйынтығындағы шиғырҙарында үҙ халҡы яҙмышы тураһындағы филисофик лирика өҫтөнлөк итә.
 
«Башҡорт хәлдәре» тип аталған йыйынтығына Өфөнөң «Ваҡыт» гәзите шундай баһа бирә: {{начало цитаты}}«Китап шиғыр илә ватандаштарыбыҙ башҡорттар хәлен гүзәл һүрәттә бәйән ҡылған, шуға тәртип ҡылыусыһы ла (яҙыусыһы) С.Яҡшығолов ысын башҡорттан булғанлығы сәбәпле, тағы әһәмиәте ҙур. Был шиғыр башҡорттар менән бәйле бөтәһе тураһында ла башҡорттарҙың үҙ ҡулдары менән яҙылғанлыҡтан,тарихта лайыҡлы урын алырға хаҡлы, тип белдерһәк,һис кенә лә арттырыу булмаҫ»{{конец цитаты|источник=[http://www.vatandash.ru/index.php?article=2120 Статья в журнале «Ватандаш» журналындағы мәҡәлә]}}.
 
Шиғырҙарында Сафуан Яҡшығолов дин әһелдәрен тәнҡитләй, батшалыҡтың коллониаль сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай, ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлап сыға. Октябрь ихтилалын сәләмләп, «1917 йылғы Октябрь революцияһы байрамы уңайынан» (1919) тигән шиғырын яҙа.
 
И.А. Крылов, И.И. Дмитриев, Л.Н. Толстой мәҫәлдәрен башҡортсаға тәржемә итә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында, властарҙың эҙәрлекләүҙәренә дусар булғанлыҡтан, ижади эшмәкәрлектән ситләшергә мәжбүр була.
 
== Иҫкәрмәләр ==