Асы (шифахана): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
Ауыл атамаһы башҡортса «әсе» тигәнде белдерә, был иһә ерле халыҡтың һыуҙы дауалау өсөн файҙаланғанлыҡтары тураһында һөйләй. Ауыл кешеләре был һыуҙы элек-электән ашҡаҙан ауыртҡанда ҡулланған, шулай уҡ аяҡ-ҡул, быуындар һыҙлағанда ванналар ҙа яһағандар.
 
Асы минераль сығанаҡтары тураһында беренсе булып академик Ф. Н. Чернышев (1889 йыл) яҙып сыға. Ике йылдан һуң, Белорет больницаһы табибы Эрман һыуҙы анализдар өсөн [[Берлин университетына]] (1901 й.) ебәрә. Үҙенең химик составы буйынса Асы һыуы Германиялағы билдәле Киссенгон сығанаҡтары һыуына яҡын булыуы асыҡлана.
 
Һыу «Асы» сауҙа маркаһы аҫтында шешәләргә ҡойола<ref name=autogenerated1>[http://www.vatandash.ru/index.php?article=376 Санаторий «Ассы»]</ref>. Әлеге ваҡытта Асы минераль сығанаҡтары федераль кимәлдәге гидрогеологик тәбиғәт һәйкәле булараҡ танылыу алған<ref name=autogenerated2>[http://vladsc.narod.ru/library/geo_pam/gp35_bsh.htm Геологические памятники природы России. М., «Лориен», 1998. — 200 с. // сс. 85-91.]</ref>.