Милек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
28 юл:
Дәүләт милке йәки муниципаль милек һатып та, бушлай хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә лә тапшырыла ала. 
 
== Милек хоҡуғын яҡлайяҡлау ==
[[Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы]] (17-се статья) һәр кешенең үҙе генә лә, башҡалар менән бергәләп тә мөлкәткә эйә була алыу хоҡуғын күҙаллай, ләкин бер кем дә мәлкәтенән мәхрүм ителергә тейеш түгел. Шуның менән милек хоҡуғы төп [[кеше хоҡуҡтары]] иҫәбенә индерелә. 
 
Милек хоҡуғын юридик яҡлау граждан хоҡуҡиәтенең төп бурыстарының береһе булып тора. Милек хоҡуғын граждан хоҡуҡиәте яҡлауы судтар аша тормошҡа ашырыла. 
 
Бынан тыш, милеккә ҡаршы енәйәттәргә  (урлау, талау, баҫып алыу, мутлашыу, үҙләштереү, туҙҙырыу, көслөк менән алыу) ҡарата енәйәт хөкөм язалары ҡулланыла. 
 
Милексе үҙ милкен енәйәтсел тамшаныуҙарҙан йоҙаҡ, сейф, кәртә, һаҡ сигнализацияһы, һаҡсылар (ҡарауылсылар) ҡулланып үҙе һаҡларға хоҡуҡлы.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Милек» битенән алынған