Аҡ Ҡуйлылар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
50 юл:
 
=== Дәүләтте нигеҙләү, хәрби походтар һәм еңеүҙәр ===
1467 йылда Оҙон Хәсән (1453—1478 йылдарҙа идара итә) Аҡ Ҡуйлы ҡәбиләләре башында, Тимериҙәр дәүләте менән союзға инеп, көндәш [[Ҡара Ҡуйлылар]] дәүләтен ҡыйрата, Әрмәнстанға, Көнбайыш Иранға, Ираҡҡа хужа була һәм дәүләт төҙөй.<ref name="vas">[http://society.polbu.ru/vasiliev_easthistory/ch68_i.html ''Л. '']</ref><ref>В византийских источниках эту династию называют [//ru.wikipedia.org/wiki/Аскропробатиды Аскропробатидами].</ref> Трапезунд дәүләте менән Осман империяһына ҡаршы берләшә. Османдарҙың хәрби өҫтөнлөгө һәм 1461 йылда Трапезундтың солтан [[Мәхмәт II]] тарафынан яулап алыныуы ғына уны төрөктәргә һуғыш башлауҙан туҡтата. Оҙон Хәсән башҡа фронттарҙа эш итә, 1462 йылда —Әйүбиҙәрҙең— Әйүбиҙәрҙең һуңғы нығытмаһы булған Хәсәнкәйфте, 1465 йылда Карпут (Ҡарпузлу) ҡәлғәһен ала, Керман менән Фарсҡа барымталар яһай. 1468 йылда Иран Әзербайжанын баҫып ала һәм баш ҡаланы Тәбризгә[[Тәбриз]]гә күсерә.
 
Осман империяһы менән аралар ҡатмарлаша. 1472 йылда Аҡ Ҡуйлылар ғәскәре Сивас менән Ҡайсериға инә, ләкин османдар уларҙы тиҙ арала ҡыуып сығара. 1473 йылдың 1 авгусында Оҙон Хәсән османдарҙы Малатьяла ҡыйрата. Ә 11 августа Тержән эргәһендәге яуҙа османдар тарафынан ҡыйратыла. Артиллерияның көсһөҙлөгө, утлы ҡоралдың етешмәүе, ғәскәрҙең иҫкесә ойошторолошо Аҡ Ҡуйлыларҙың еңелеү сәбәбе була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡ_Ҡуйлылар» битенән алынған