Ҡағараҡ һымаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
28 юл:
 
==Систематика==
 
[[Рәсем:Gavia_arctica1.jpg|thumb|left|150px|[[Ҡағараҡ|Ҡарабоғаҡ ҡағараҡ]]]][[Рәсем:Gavia stellata 070226 BAS.jpg|thumb|left|150px|Ауымбаҡ]][[Рәсем:Gavia adamsii.jpg|thumb|left|150px|Аҡморон ҡағараҡ]][[Рәсем:Common_Loon_with_chick.jpg|thumb|left|150px|Поляр ҡағараҡ]]
Ғәҙәттә, тышҡы ҡиәфәттәре һәм йәшәү рәүештәре менән оҡшаш булыуҙары сәбәпле, ҡағараҡ һымаҡтарҙы сыпҡай һымаҡтарға яҡын тип һанайҙар. [[Карл Линней]] [[1758 йыл]]<nowiki/>да уларҙы бер төркөмгә (Colymbus) индерә. Үҙ сиратында был төркөм бөтә һыу ҡоштарын берләштереүсе ҙур төркөмгә Anseres берләшә. Оҙаҡ ваҡыт зоологтар ҡағараҡтарҙы Линней классификацияһы буйынса йөрөтәләр. XIX быуат аҙағында ҡағараҡ һымаҡтар һәм сыпҡай һымаҡтар ике төркөмгә айырыла. [[1925 йыл]]<nowiki/>да зоологтарҙан беренсе булып Леон Гарднер ҡағараҡтарҙың һәм сыпҡайҙарҙың систематик бергәлеген инҡар итә. Унан күпкә һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә улар араһындағы оҡшашлыҡ конвергент эволюция эҙемтәһе икәнлеге асыҡлана. Был ике отряд ҡоштары араһында морфология һәм экология йәһәтенән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Башта ҡағараҡ һымаҡтарҙың вәкилдәрен дүрт төргә бүләләр ине, ләкин һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡарабоғаҡ ҡағараҡ (Gavia arctica) төрөнә төрсә булып ингән аҡбаш ҡағараҡты (Gavia pacifica) үҙ аллы төргә айыралар. Бөгөнгө көндә йәшәүсе ҡағараҡ һымаҡтарҙың биш төрө билдәле. [[Рәсәй Федерацияһы]] фаунаһында биш төр ҡағараҡ иҫәпләнә, шуларҙың береһе һирәк осоп инә, ә [[Башҡортостан|Башҡортостан Республикаһы]]<nowiki/>нда ике төрө (ҡарабоғаҡ ҡағараҡ һәм ҡыҙылбоғаҡ ҡағараҡ) теркәлгән.
Юл 68 ⟶ 69:
Ҡағараҡ һымаҡтар Европа төньяғының тундра һәм урманлы зоналарында, Азияла һәм Америкала, төньяҡта иң алыҫ утрауҙарҙа таралған; Азияла шулай уҡ дала күлдәрендә һәм көньяҡ Себерҙең тау һырттарында осрайҙар. Ҡағараҡтар ғүмерҙәрен һыуҙа йәки һыу янында үткәрәләр. Диңгеҙ яр буйҙарында һәм йылға, күлдәрҙә лә осрайҙар. Туңмай торған диңгеҙҙәрҙең яр буйҙарында ҡышлайҙар. Европала ул Төньяҡ һәм Балтик диңгеҙҙәре, ә шулай уҡ Урта диңгеҙҙең төньяғы. Америкала Тымыҡ океан ярҙарынан көньяҡҡа Калифорния ярымутрауына ҡәҙәр һәм Атлантик океан яр буйҙарында Флоридаға тиклем.  Азияла Хайнань утрауынан Ҡытай ярҙарында осрайҙар. 
 
== Ҡылыҡһырлама ==
== Ҡыһырлама ==
 
'''Ҡағараҡ һымаҡтар''' — байтаҡ эре ҡоштар, йәшәү рәүеше һыу мөхите менән тығыҙ бәйләнгән. Был ҡағараҡтарҙың морфологияһына ҙур йоғонто яһаған: йомро, һуҙыңҡы кәүҙә, оҙон һығылмалы муйын, аяҡтары кәүҙәһенең арҡы өлөшөнә сығарылған. Ҡауырһын ҡатламы тығыҙ, ҡуйы, ҡалын мамыҡ ҡатламы. Һалҡындан тире аҫтындағы май ҡатламы ла һаҡлай. Йөҙөү ярылары ҡаҙ һымаҡтарҙыҡы кеүек үк. Алғы өс бармаҡтары оҙон һәм йөҙөү ярылары менән тоташҡан. Артҡы бармағы ҡыҫҡа һәм насар үҫешкән, башҡаларынан өҫтәрәк урынлашҡан, тар ғына йөҙөү ярыһы бар. Аяҡтары көслө, әммә ҡоро ерҙә йөрөүгә яраҡлашмаған, ғәҙәттә, аяҡтары һәм ҡанаттары менән этәрелеп, түшендә шыуыша. Бәкәл һөйәге ҡауырһынһыҙ, ныҡ ҡалын, мөгөҙ япмаһы ла ҡалын һәм алдан йыйырсыҡлы, арттан - шыма. Ҡанаттары осло, сағыштырмаса тар һәм ҡыҫҡа. Суҡышы осло, беҙ һымаҡ, танау тишектәре ярыҡ кеүек үтә тишек , сумғанда һыу инмәһен өсөн тиреле клапаны бар. Мамыҡ {{comment|аптериялар|ҡоштарҙың ҡауырһынһыҙ тире өлөшө}}ҙы ла, шулай уҡ {{comment|птериялар|ҡоштарҙың ҡауырһынлы тире өлөшө}}ҙы ла ҡаплай. Ҡауырһындарының өҫтәмә көпшәләре бар. Ҡоймос биҙе ҡауырһын менән ҡапланған.
 
Юл 81 ⟶ 83:
Сумыр алдынан ҡағараҡ һымаҡтар ҡауырһындарын тәндәренә ныҡ ҡыҫалар, һөҙөмтәлә ҡауырһындар араһындағы һауа сыға һәм ҡоштоң ауырлығы арта. Сумғанда башты һәм муйынды аҫҡа һәм алға батыралар, бәкәлдәрен һәм бармаҡтары алға һонолған аяҡтарын ҡорһаҡтарына ҡыҫалар, аҙаҡ енсектәрен тура мөйөш яһап тышҡа борғас, бармаҡтары өҫтөнлөклө (латераль) торош ала. Шунан һуң бәкәлдәрен тиҙ генә турайтып һәм бармаҡтары айырылған аяҡтарын артҡа һәм әҙерәк өҫкә йүнәлтеп, ҡошто һыуға сумдырыусы этәреү яһала. Этәрелеүҙең аҙағында тәпәйҙәр киң итеп ҡуйыла, бармаҡтар ярыларҙы тарталар, ә һуңынан аяҡтар бер-береһенә яҡыная, һыу ҡыҫыла һәм ситкә ташланыла. Ҡош һыуға сума. Ҡағараҡтар ҡайһы саҡта 75 метр тәрәнлеккә сумып, 300 метр йөҙөп үтеп, һыу аҫтында һигеҙ минутҡа ҡәҙәр ҡалалар. Сумғанда, ҡайһы саҡта, ҡанаттарын да ҡулланалар. Әммә, ғәҙәттә ҡанаттары арҡаһына тығыҙ һалына. Еүешләнеүҙән һаҡлар өсөн арҡаһындағы һәм ян-яҡтарындағы, ҡанаттарындағы япма ҡауырһындар менән көпләнгәс, махсус "кеҫә" барлыҡҡа килә. Ҡойроҡ өҫтөндәге ҡоймос биҙе бүлеп сығарған май менән ҡауырһындарын майлау ҙа еүешләнеүҙән һаҡлай.  
 
==Туҡланыуы==
 
Ҡағараҡ һымаҡтар ваҡ балыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар. Уларҙың бөрләтәүҙәрендә моллюскалар, селәүҙәр, бөжәктәр тапҡандар. Был хайуан төркөмдәре бигерәктә ҡошсоҡтарҙың туҡланыуында ҙур әһәмиәткә эйәләр. Ҡайһы саҡ үҫемлектәр менән дә туҡланалар. Һыу аҫтында бәләкәйерәк табышты бөтәүләй йоталар, эрерәктәрен һыу өҫтөнә сығаралар һәм башынан йоталар. Себештәренә аҙыҡты суҡыштарында түгел, ә йотҡолоҡтарында килтерәләр.
==Үрсеүе==
 
Экологик йәһәттән төркөм бер ишле. Ҡоштарға өс йәш тулғас, үрсей башлайҙар. Моногамдар. Һыу буйында, үләнле һөҙәк ярҙа парлап оя ҡоралар. Оя һыуға яҡын, ғәҙәттә һөҙәк ярҙа үлән араһында урынлаша һәм шул уҡ оя янында үҫкән үләндәрҙән, һәм ҡыу үләндәрҙән яһала.  Оянан һыуға бер йәки ике һуҡмаҡ төшә, улар буйлап ҡош һыуға төшә һәм ояға ҡайта. Һаҙматлы урындарҙа оя ҙур, еүеш, серей башлаған үләндәрҙән яһала.  Улаҡ әллә ни тәрән булмай, оя һәр ваҡыт еүеш.1 - 3 (йышыраҡ 2) йомортҡа һалалар. Улар оҙонсай формала, ҡара-ҡуңыр йәки ҡара сыбар йәшкелт һоро төҫтә булалар. Йомортҡаларҙы парҙың ике ағзаһы ла 25 - 29 тәүлек баҫа. Ҡошсоҡтар ҡуйы ҡара-һоро мамыҡ менән ҡапланған. Морнланып сыҡҡас та улар йөҙә һәм сума алалар, әммә беренсе көндә ярҙа үлән араһында боҫоп ултыралар. Башта инә һәм ата ҡош ҡошсоҡтарҙы ашаталар. Үҫә төшкәс, аҙыҡты үҙ аллы таба башлайҙар. 6-7 аҙналыҡ ҡошсоҡтар оса башлайҙар.