Кесе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
26 юл:
[[Монголдар]]ҙың баҫып инеүе осоронда [[табын]] берләшмәһе тарҡалыуға дусар була. Уларҙың бер өлөшө төньяҡҡа — [[Тарихи Башҡортостан|Башҡортостан]]ға китә. Табындарҙың башта [[Ыҡ]] йылғаһының үрге ағымы, [[Асылыкүл]] буйында йәшәүе хаҡында мәғлүмәттәр халыҡ телендә әле лә һаҡланған. Борон Асылыкүлде «Ҡаратабын күле» тип аталыуы билдәле, уның был исеме ХIХ быуат уртаһына тиклем һаҡланған.
 
ХIV быуат аҙағынан алып табындар, Ыҡ, [[Дим]] һәм Асылыкүл буйҙарын ҡалдырып, көнсығышҡа һәм көньяҡҡа күсенә башлай. Көнсығыш табындарҙың [[ҡыуаҡан]] һәм [[һырҙы]] ырыуҙары [[Урал]] аръяғына китеп [[Яйыҡ]] йылғаһының үрге ағымын биләгән. Уларҙың ҡайһылары [[Йүрүҙән]] буйына күсенгән, бында уларҙың күршеләре [[әйле]]ләр булған. Көнбайыш табындар Башҡор­тостандың үҙәгендә нығынған, башта улар [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]]дең һул яҡ ярын биләй, һуңынан [[ҡатай]]ҙарҙы ҡыҫырыҡлап, Урал тауҙары буйына, [[Инйәр]], [[Эҫем]] һәм [[Еҙем]] йылғалары үҙәндәренә килеп урынлашҡан. ХV—ХVI быуаттарҙа ҡара-табындарҙың бер өлөшө Ыҡтың түбәнге ағымына кире ҡайтҡан. Шәжәрәлә Ҡара Табын бейҙең [[Мейәс (йылға)|Мейәс]] буйындағы ерҙәрҙе кире ташлап, [[Солман]] йылғаһы үҙәненә кире күсеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар, һуңғараҡ улар [[Ирәкте]] ырыуы исемен йөрөтәләр.
 
Кесе ырыуы 18 ырыуҙан торған [[Табын]] ҡабиләһенә инә. Ырыуҙың күпселек халҡы хәҙерге [[Башҡортостан]]дың үҙәк өлөшөндә — [[Ғафури районы]]нда йәшәй. Кесе Табын улусына ҡараған утарҙар Аралыҡ, Тирәкле, ауылдар — [[Ҡолҡан|Ҡолған (Әлтәше]]), [[Уҫман]], [[Йөҙимән]], [[Яңы Ерек]], [[Бурлы]], [[Яугилде (Ғафури районы)|Самыш (Яугилде)]], [[Тайыш]], [[Некрасовка (Ғафури районы)|Некрасовка]], [[Ҡарағай]], [[Сәйетбаба]], [[Талпар|Толпар]], Ләмиән, Елекле, [[Мәндем|Мораҙым (Мәндем)]]; Сиктәш ауылдар: [[Юрмаш]], [[Аҡташ (Ғафури районы)|Аҡташ]], [[Ташаҫты]], [[Имәндәш]] — [[Кәлсер]] ырыуы.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кесе» битенән алынған