Хәсән Назар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (журнал)
28 юл:
 
== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Хәсән Назар 1942 йылдың 15 ғинуарында [[Башҡорт АССР-ы]] [[Ейәнсура районы]] Таулыҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. [[Ҡужанаҡ]] ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, колхозда малсы булып, көтөү көтә. [[Бөрө]] ҡалаһында кооператив училищелә уҡығас, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, [[Бөрйән районы]]ның Таң гәзитендә эшләп ала, баҫманың бүлек мөдире була. Ижадтың ысын тәмен татыған һәм тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫҡан Хәсән Назар 1967 йылда [[Өфө]]гә юллана. Баш ҡалала ул журналист ҡәләмен тәүҙә «Ленинсы» (1990 йылдан [[Йәшлек (гәзит)|«Йәшлек»]]) гәзитендә һынап ҡарай, бер аҙҙан «[[Ағиҙел (журнал)|Ағиҙел]]» журналы редакцияһына күсә. Әйтергә кәрәк, тормош һәм ижад тәжрибәһен етерлек туплағас һәм республикала билдәле әҙипкә әйләнгәс, ул был тос баҫмаға тағы әйләнеп ҡайта һәм журналдың бүлек мөдире йөгөн тарта. Ә 1971 йылдан «Совет Башҡортостаны» (хәҙер [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан»]]) гәзитендә хеҙмәткәр, 1974—1977 йылдарҙа [[БАССР]] Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙары комитетында редактор була. 1975 йылда ситтән тороп [[СССР Яҙыусылар союзы]]ның [[Мәскәү]]ҙәге [[А. М. Горький]] исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1987 йылдан «Башҡортостан пионеры» (хәҙер [[Йәншишмә (гәзит)|«Йәншишмә»]]) гәзите редакцияһында бүлек мөдире, 1990—1992 йылдарҙа [[Йәшлек (гәзит)|«Йәшлек»]] гәзитенең яуаплы секретары, 1994—1995 йылдарҙа редактор урынбаҫары була. 1995—2001 йылдарҙа «[[Ағиҙел (журнал)|Ағиҙел]]» журналының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй, аҙаҡтан 2007 йылға тиклем «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хәсән_Назар» битенән алынған