Аҡбейек (һырт): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
26 юл:
Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 5 км тиклем, абсолют бейеклеге 969 м. Яйла һымаҡ бер нисә түбәнән тора. Төньяҡта яйлап [[Оло Ҡыраҡа]] һыртына, көньяҡта Суртанды һыртына күсә.
 
Тәрәнлеге 350‑нән алып 400 м еткән күп һанлы тау араһы уйпатлыҡтары һәм уйһыулыҡтары менән йырғыланған. Палеозойҙың ультраһелтеле тоҡомдарынан, тау араһы уйпатлыҡтары ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан, эзбизташтан һәм ордовиктың, силурҙың һәм девондың төп эффузивтарынан тора. Һырттың көнбайыш битләүҙәрендә [[Оло Һарғая]] йылғаһы ([[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһы ҡушылдығы) башлана.
 
Ландшафтары һоро тау тупрағындағы асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы [[ҡайын]]-[[уҫаҡ]] [[урман]]дарынан тора. Төньяҡ өлөшөндә ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500—550 м бейеклеккә тиклем битләүҙәрҙә [[ҡайын]]‑[[ҡарағай]] урмандары үҫә, өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тау тупрағында ҡайын-ҡарағай-ҡарағас урмандары урынлашҡан; һырттың үрге өлөшөн лишайниктарҙан, петрофиттарҙан ([[ҡамғаҡ]], [[ҡанүлән]], [[ҡуян кәбеҫтәһе]], [[ҡоторма]] һ.б.) торған ҡая үҫемлектәре биләй.