Атлант (анатомия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
'''Атлант''' ({{lang-lat|atlas}}) — [[Умыртҡалылар|умыртҡалы]] хайуандарҙың беренсе муйын умыртҡаһы. Соңҡа һөйәге менән хәрәкәтсән тоташҡан. Шуға бәйле, башҡа муйын умыртҡаларынан айырмаһы бар.
 
== Төҙөлөш үҙенсәлектәре ==
Атлантта тән өлөшө һәм артҡы үҫенте булмай. Тән өлөшө яралғы үҫеше (эмбриональ) осоронда икенсе муйын умыртҡаһы менән ҡушылып үҫә ({{lang-lat|axis}}) һәм теш формаһын ала (dens). Шуға ла, атланттың умыртҡа каналын төҙөүсе тишеме ҙур була. Ә тәне урынында ҡыҫҡа ғына дуға ҡала (anterior arcus). Алғы һәм артҡы дуғалар (posterior arcus) ике яҡтан ҡалынайған һөйәк массаһы менән тоташҡан (lateralis massae). Алғы дуғала тыш яғынан түмһәләге була (tuberculum anterius).