Белорет: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Транспорт: clean up, replaced: БР → Башҡортостан Республикаһы (2) using AWB
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Берләштерергә|Белорет тарихы|Белорет}}
{{НП
|статус = ҡала
Юл 70 ⟶ 71:
Завод [[крәҫтиән]]дәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е. Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. [[Декабрь]] һәм [[ғинуар]] айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. [[Апрель]] урталарынан [[2 май]]ға тиклем бында [[Пугачёв, Емельян Иванович|Емельян Пугачев]] була.
 
[[Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге]] завод тураһында:<blockquote>
Ырымбур губерняһы Верхнеуральск өйәҙендә, Верхнеуральскиҙән көнбайышҡа 60 саҡрымда, Ағиҙелгә Нура йылғаһы ҡойған ерҙә, 1628 р. фут абсолют бейеклектә, 53°58' төнъяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта. 1762 йылда Твердышев менән Мясников, Балаҡатай волосынан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә заводҡа нигеҙ һалалар. Әлеге ваҡытта Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бүленгән 170041 дисәтинә ерҙең 152020 дисәтинаһы һирәк осраған уҫаҡ һәм ҡайын, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы урманынан тора. Таулы ер; үҙәндәре балсыҡлы тупраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңдырышлы. Рудниктары Урал йылғаһы аръяғында, заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырғыҙ далаһындағы Атач тауында урынлашҡан. Заводта домна, металл ҡойоу мейестәре бар, тимер эшкәртелә һәм сым етештерелә. Бында һыу ярҙамында әйләнеүсе 20 тәгәрмәс, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль эшләй (дөйөм көс һаны - 1232). 1888 йылда 728453 бот сөгөн иретелә, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер әйберҙәр эшкәртелә<ref>{{ВТ-ЭСБЕ|Белорецкий завод}}</ref>.</blockquote>
== Хәҙерге көндәрҙә ==
Хәҙер Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 000 самаһы кеше йәшәй. Белорет ҡалаһы һәм районының администрация башлығы — Владислав Геннадьевич Миронов.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Белорет» битенән алынған