Ҡәҙим Аралбай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: {{Писатель → {{Яҙыусы, Изображение → Рәсеме, Описание изображения → Рәсем аңлатмаһы, Имя при рождении → Тыуған using AWB
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Хәйбулла районы]] [[Таңатар (Хәйбулла районы)|Таңатар]] ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафтарындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.
 
[[Башҡорт дәүләт университеты]]н тамамлағас, [[Бөрйән районы|Бөрйән]], [[Баймаҡ районы|Баймаҡ]] райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта, һәм ул шул уҡ йылда [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел» журналына]] эшкә күсә. 1977−1981 йылдарҙа [[Башҡортостан Яҙыусылар союзы]] идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты]]нда мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа [[«Китап» нәшриәте]]ндә баш редактормөхәррир һәм директор була. Бер ни тиклем ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.
 
Ҡәҙим Аралбайҙың «Утлы кисеүҙәр» (1975), «Батыр яраһы» (1980), «Аҡ тирмә» (1982), «Һөйөүем йондоҙо» (1986), «Әле һуң түгел» (1989), «Мәслихәт» (1991), «Рух яҙыуы» (1995), «Таналыҡ тауышы» (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.