Башҡорт дәүләт аграр университеты — версиялар араһындағы айырма

ә
clean up, replaced: РФ → Рәсәй Федерацияһы, БР → Башҡортостан Республикаһы (6) using AWB
(күренеште төҙәтеү, стилде төҙәтеү, аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт)
ә (clean up, replaced: РФ → Рәсәй Федерацияһы, БР → Башҡортостан Республикаһы (6) using AWB)

== Тарихы ==
Башҡортостан ауыл хужалығы институты СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 237-се Ҡарары нигеҙендә, [[1930 йыл]]дың 23 июлендә асыла. Институт Совет хакимиәте тарафынан ябылған Өфө семинарияһы йортонда урынлаша. Уҡыу дәрестәре ошо уҡ йылдың [[1 октябрь|1 октябрендә]] башлана.

[[1931 йыл]]да ''Башҡортостан ауыл хужалығы институты СССР Наркомземының юғары уҡыу йорто һанала һәм ошо почта адресы буйынса теркәлә: [[Өфө|Өфө ҡалаһы]], [[Карл Маркс| Карл Маркс урамы]], өсөнсө йорт.

Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тороу сәбәпле беренсе уҡыу йылында уҡыусылар ике тапҡыр ҡабул ителә: сентябрҙә 99 уҡыусы, ә апрелдә — 45. Уҡырға инеүселәрҙен күбеһе махсус урта белемле булыу сәбәпле, ҡыҫҡартылған программа менән 3,3 йыл уҡыйҙар.
[[1931 йыл]]дын апрелендә уҡырға инеүселәр 4 йыл уҡый. Институтта бер үк ваҡытта әҙерлек факультеттары эшләй. Был йылда унда 303 кеше белем ала.

1930—1931 йылдарҙа тәүге биш кафедра булдырыла: физика, дөйөм һәм агрохимия, ботаника, зоотехния, ауыл хужалығын механизациялау. Был составта 13 уҡытыусы, шулар иҫәбендә профессор, биш доцент һәм ете асистент эшләй.

[[1933 йыл]]да институт советы булдырыла, унын составына профессорҙар, уҡытыусылар, студенттар инә.

Һуғышҡа тиклемге (1933—1937) йылдарҙа директор М. Н. Ғүмәров — юғары уҡыу йорто кафедраларын билдәле ғалимдәр менән тулыландыра: профессор Н. А. Дроздов, доцент А. С. Шутко, профессор Л. С. Пирогов, доцент Х. Р. Султанаев, доцент Б. М.Сәхәутдинов, профессор П. А. Положенцев, профессор А. Н. Богданов, профессор И. Я. Прицкер.

[[1934 йыл]]дын ин ҙур ваҡиға — 500 гектар ерҙә уҡыу-тәжрибә хужалығын булдырыу. Бында ферма, умарталыҡ, баҡса, емеш-еләк баҡсаһы, селекция баҫыуы, метеорология станцияһы һ.б. урынлаша.

[[1934 йыл]]да институтҡа БАССР-ҙын Үҙәк Башҡарма Комитетының һәм Яҙыусылар Союзы рәйесе Авзал Мөхөтдин улы Таһиров исеме бирелә.
[[1937 йыл]]да «халыҡ дошманы» иҫәпләнеп, Авзал Таһиров атып үлтерелгәс, ошо уҡ йылдын 9 авгусында БАССР-ҙын Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарары менән институт Авзал Таһиров исемен юғалта.

Һуғыш йылдарында коллективҡа эвакуацияға эләккән ғалимдар килә: Ленинград ауыл хужалығы институтынан профессор С. В. Афанасьев, Мәскәүҙән профессор И. И. Порошков, профессор Н. И. Курбатов, Одессанан доцент А. И. Закин.

[[1943 йыл]]дын декабрь айына институтта 38 уҡытыусы эшләй, шулар иҫәбендә биш профессор һәм фән докторҙары, 18 доцент һәм фән кандидаттары, 15 ассистент, йәғни уҡытыусыларҙын 60,5 проценты ғилми дәрәжәгә һәм исемгә эйә була.
Һуғыш йылдарында 176 агроном һәм зоотехник әҙерләнелә.

1944—1949 йылдарҙа профессорҙар А. Н. Богданов, К. Т. Маньков, П. А. Положенцев, М. Н. Родигин һәм С. Н. Тайчинов етәкселегендә аспирантура асыла.

[[1947 йыл]]ға студенттар 533 кеше, шулар иҫәбендә агрономия факультетында — 237, зоотехнияла — 156, ветеринарияла — 140 кеше.

[[1954 йыл]]дан башлап институт агрономия фәндәре буйынса кандидатлыҡҡа диссертация яҡлау хоҡуғы ала, ә киләһе йылдан — зоотехния, ветеринария, инженерия һәм экономика фәндәре буйынса.

1967—1970 йылдар эсендә генә ете докторлыҡ һәм 35 кандидатлыҡҡа диссертация яҡлана. Ғилми совет йыл һайын уртаса 20 кандидатлыҡҡа диссертациялар ҡарай.

1970—1971 уҡыу йылында институтта 40 кафедрала 290 уҡытыусы эшләй, шуларҙын 11 профессор һәм докторҙар, йөҙҙән артығы доценттар һәм кандидаттар.

«Экономика һәм ауыл хужалығын ойоштороу» (1966 г.), «Бухгалтер иҫәбе һәм ауыл хужалығында анализ» (1969 г.) кеүек яны факультеттар эшләй башлай.

== Ҡаҙаныштары ==
* [[Советтар Союзы Геройы]] М. А. Соколов;
* Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Р . Б. Асаев, М. М. Ғәлиев, Р . М. Диваев, С . Н. Зәйнәғәбдинов, Ф. И. Машкин, Ф . М. Павлов, Б. И. Петров.
БГАУ-ҙа уҡыныларуҡығандар:
* [[Сарбаев Раил Сәлих улы]] — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры,
* Ш. Х. Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БРБашҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры , 2011 йылдан РФРәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары,
* Шәйәхмәтов Иҙел Әмин улы — БРБашҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры И. А. Шәйәхмәтов (2008—2012),
* Р . Б. Нәбиуллин — БРБашҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры ,
* Ф. А. Сәйфуллин — БРБашҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр һәм тәбиғәттәнтәбиғәтте файҙаланыу буйынса Комитеты рәйесе,
* В. Г. Аҙнағолов — БРБашҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы Дәүләт йыйылышы Секретариаты рәйесе,
* Хадыев Илдар Рим улы — БРБашҡортостан тәбиғәттәнРеспубликаһы тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры
* шулай уҡ администрация башлыҡтары, муниципаль берәмек етәкселәре, ойошмалар һәм башҡаларҙын баш белгестәре.
* Хадыев Илдар Рим улы — БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры

== Иҫкәрмәләр ==
* [http://www.bsau.ru/ Рәсми сайт БГАУ]
* {{БЭ2013У|index.php/component/content/article/2-statya/7067-agrarnyj-universitet|Аграрный университет|автор=Габитов И. И.}}

[[Категория:Башҡорт дәүләт аграр университеты]]
[[Категория:Өфө юғары уҡыу йорттары]]