Хайуандар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
79 юл:
 
Уларҙың төп айырмаһы:
* Иң ябай хайуандарҙың һәр күҙәнәге — үҙ -аллы организм.
* Күп күҙәнәкле хайуандарҙың күҙәнәктәре иһә организм составына инә һәм төрлө функциялар башҡара: берәүҙәре — һаҡлау функцияларын үтәй, икенселәре аҙыҡ таба йәки уны һеңдерә һ. б. Был күҙәнәктәр организмдан ситтә йәшәй алмай.
 
Бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле хайуандар ваҡ батшалыҡтары хайуандар батшалығын барлыҡҡа килтерә. Ул бөтә хайуандарға хас билдәләргә нигеҙләнеп айырыла: органик матдәләр, ҡағиҙә булараҡ, тере организмдар, менән туҡланыу; күҙәнәктәр төҙөлөшөндә тығыҙ тиресәнең булмауы; күп осраҡтарҙа хәрәкәтсәнлек һәм хәрәкәт итеү яйланмаларының булыуы.
 
Шулай итеп, '''хайуандарҙың төп систематик төркөмдәре ошолар''': батшалыҡ, ваҡ батшалыҡ, тип, класс, отряд, семья, ырыу, төр. Был I хемала батшалыҡБатшалыҡ — хайуандарҙың иң юғары һәм иң ҙур систематик төркөмө, ә төп бәләкәй төркөм — төр.
 
Хайуандар төркөмдәргә ирекле рәүештә түгел, ә уларҙы ентекләп өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәнни системаға ярашлы рәүештә берләштерелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хайуандар» битенән алынған