Рәсәйҙә Граждандар һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
935 юл:
=== Союздаштарҙың аҡтарға ярҙамы ===
[[Файл:BritishInterventionPoster.jpg|thumb|Граждандар һуғышы осорондағы Британия интервенттары плакаты.]]
Германияның Беренсе донъя һуғышында еңелгәненән һуң Англия, Франция һәм АҠШ, башлыса, Колчак һәм Деникиндарҙың хөкүмәттәренә ярҙам менән сикләнәләр. Владивостағы АҠШ консулы Клдуэллға бының хаҡта: «Хөкүмәт рәсми рәүештә үҙ өҫтөнә Колчакка йыһаз һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе бурыс итеп ала…» тип белдерә[76]. АҠШ Колчакка Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан бирелгән һәм файҙаланмаған 262 миллион долларлыҡ кредиттарҙы, шулай уҡ 110 миллион долларлыҡ ҡорал тапшыра. 1919 йылдың беренсе яртыһында Колчак АҠШ-тан 250 меңдән ашыу винтовка, меңләп орудиелар һәм пулеметтар ала. Ҡыҙыл Тәре 300 мең комплект урын-ер нәмәләре һәм башҡа милек менән тәьмин итә. 20 мая 1919 йылдың 20 майында Колчакка Владивостоктан 640 вагон һәм 11 паровоз ебәрелә, 10 июндә — 240 000 пар итек, 26 июндә — запастағы частары менән 12 паровоз, 3 июлдә — снарядтары менән 200 орудие, 18 июдәя — 18 паровоз һ. б. Былары әле айырым факттар ғына[77].
 
1918—1919 йылдарҙың ҡышында йөҙләп меңдәр винтовкалар ебәрелә (250—400 мең Колчакка һәм 380 меңгә яҡын Деникинға), танктар, грузовиктар (1 мең тирәһе), броневиктар һәм самолеттар, боеприпастар һәм бер нисә мең кеше өсөн кейем (обмундирование).
 
== Һуғыштың өсөнсө этабы (март 1920 − октябрь 1922/1923 йылдың июне) ==